УН ИКЕ БАЙРАМ, Иисус Христостың (8 Раббы байрамы) һәм Божья Матерҙың (4 Богородица байрамы) ерҙәге тормошо ваҡиғаларына арналған 12 иң мөһим (Пасха м‑н бер рәттән) православие байрамы. Дин хеҙмәте айырыуса тантаналығы м‑н айырыла; күсмәй торған (тәғәйен даталы) һәм күсә торған (датаһы Пасхаға бәйле) була. Изге тарих ваҡиғаларына бәйле У.и.б. түбәндәге тәртиптә урынлаша.

Пресвятая Богородица Раштыуаһы (21 сент.), риүәйәткә ярашлы, сабыйҙары тыуһа, уны Алла хеҙмәтенә бағышларға нәҙер әйткән өлкән йәштәге балалары булмаған ир м‑н ҡатындан Дева Марияның (Христостың әсәһе) донъяға килеүе хөрмәтенә.

Пресвятая Богородицаны ҡорамға индереү (4 дек.), 3 йәшлек Марияны Иерусалим ҡорамына индереү (тәрбиәгә бирелгән) хөрмәтенә.

Пресвятая Богородица Благовещениеһы (7 апр.), архангел Гавриилдың Назарет ҡ. Пресвятая Дева Марияның Иисус Христосты донъяға килтерәсәге т‑да изге хәбәр әйтеүе хөрмәтенә.

Христос Раштыуаһы (7 ғин.), Христос тыуыу хөрмәтенә. Байрам алдынан Раштыуа (Филипп) ураҙаһы, сочельникта (байрам алдындағы көн) ҡәтғи ҡағиҙәле ураҙа тотола. Байрам ваҡытында ҡорамдарҙа тантаналы литургиялар башҡарыла. Раштыуанан һуң “святкалар” (Суҡындырыуға тиклем 12 көн) башлана.

Раббы Сретениеһы (15 февр.), Аллаға бағышлар өсөн (40 көнлөк булғас та) ата‑әсәһе Иерусалим ҡорамына алып килгән сабый Христос м‑н праведник Симеондың осрашыуы (сретение).

Раббы Крещениеһы (19 ғин.), Иоанн Предтеча пәйғәмбәрҙең Христосҡа Иордан й. суҡындырыу йолаһы үткәреүе хөрмәтенә; шулай уҡ Богоявление тип атала (сөнки суҡындырған мәлдә айырым асылыш күҙәтелә — Изге Троицаның бөтә йөҙҙәре бер юлы күренә). Был көндө сиркәүҙә һыу изгеләндерелә, ул диндарҙар тарафынан айырыуса изге тип ҡабул ителә (“бөйөк агиасма”), уны йыл буйы һаҡлайҙар, өй эсенә, әйберҙәргә бөркәләр, ауырыған ваҡытта эсәләр. Шулай уҡ тәбиғи һыу ятҡылыҡтарындағы һыу изгеләндерелә, шул сәбәпле кешеләр “Иорданға йөрөш” — шишмә, йылға, күл, алдан әҙерләнгән мәкеләргә — “иордандарға” тәре йөрөштәре башҡара; гонаһтарҙан таҙарыныр өсөн “иорданда” һыу инеү йолаһы бар.

Раббы Преображениеһы (19 авг.), Илаһи тәбиғәтен уҡыусыларына күрһәтер өсөн Фавор тауында пәйҙә булған Христостың әүерелеше хөрмәтенә. Халыҡ традициялары б‑са, был көндө яңы уңыш емештәре, ш. иҫ. алмалар, изгеләнә, байрамдың “алма Спасы” тип аталыуы шуға бәйле.

Раббының Иерусалимға инеүе, йәғни Ҡоба тал йәкшәмбеһе (Пасха алдындағы һуңғы йәкшәмбе), Христостың ғазаплы үлеме алдынан биш көн алда Иерусалимға килеүе һәм халыҡтың Уны пальма ботаҡтары м‑н сәләмләүе хөрмәтенә. Дини хеҙмәт ваҡытында йола б‑са ҡоба тал ботаҡтары изгеләндерелә һәм кешеләргә таратыла.

Раббы Вознесениеһы (Пасханан һуң 40‑сы көнгә), терелгән Христостың Иерусалим эргәһендәге Елеон тауы битендә апостолдарҙың күҙ алдында күккә олғашыуы хөрмәтенә.

Троица, йәки Илленсе көн (Пасханан һуң 50‑се көн), Христос терелгәндең 50‑се көнөндә апостолдарға Изге Рух инеүе һәм уларға христианлыҡты таратыу һәләте бирелеүе, ш. уҡ Изге Троица хөрмәтенә; ҡорамдарҙы һәм йорттарҙы сәскәләр, ҡайын ботаҡтары м‑н биҙәү йолаһы бар.

Пресвятая Богородица Успениеһы (28 авг.), Божья Матерҙың мәрхүмә булыуы хөрмәтенә, риүәйәттәргә ярашлы, Раббы уның йәнен фәрештәләр һәм изгеләр м‑н килеп, ҡабул итә, өс көндән Уны терелтә һәм күккә олғаштыра; апостолдарға Пресвятая Богородицаныңкүккә еткән шөһрәте мәғлүм ителә, ул Алла алдында барлыҡ кешеләр өсөн доға ҡылырға (яҡлаусы булырға) вәғәҙә бирә. Байрам алдынан Успение ураҙаһы тотола.

Раббы Тәреһе Воздвижениеһы (27 сент.), 4 б. ваҡиғалар — христиандарҙы 300 йыл буйы эҙәрлекләү тамамланғандан һуң изге ҡоролмаларҙы тергеҙеү һәм Христос ҡаҙаҡланған тәрене изге батшабикә Еленаның (Рим императоры Бөйөк Константиндың әсәһе) бар халыҡ баш эйһен һәм табынһын өсөн ҡалҡытып ултыртыуы хөрмәтенә. Был көндө Христостың ғазаптары иҫтәлегенә ураҙа тотоу, ҡорамдарҙа тәрене алтарҙан алып ҡорам уртаһына сығарып ҡуйыу ҡарала.

У.и.б. хөрмәтенә монастырҙарҙы, православие ҡорамдарын һәм айырым өҫтәлдәрҙе изгеләндереү йолаһы бар. 1917 й. Өфө епархияһында 3 монастырь (Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры, Троица монастыры һәм Успение ир‑егеттәр монастыры) һәм 110‑дан ашыу ҡорам, ш. иҫ. Троица хөрмәтенә — 47, Вознесение — 19, Христос Раштыуаһы — 17, Успение һәм Тәре Воздвижениеһы хөрмәтенә — 7‑шәр ҡорам, изгеләндерелә. 2000 й. 154 ҡорам һәм доға ҡылыу йортонан 31 ҡорам, ш. иҫ. Троица хөрмәтенә — 10, Христос Раштыуаһы, Вознесение һәм Успение — 4‑әр, Преображение, Тәре Воздвижениеһы һәм Пресвятая Богородица Раштыуаһы хөрмәтенә — 2‑шәр, Богоявление, Ҡорамға индереү, Благовещение хөрмәтенә — 1‑әр ҡорам, изгеләндерелә.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина