АРЫҪЛАНОВА Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы [27.7.1953, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Үрге Этҡол а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). Журналистар союзы ағзаһы (1978). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) “Совет Башҡортостаны” гәз., 1981 й. алып “Башҡортостан ҡыҙы” ж. хеҙм‑ре, 2001 й. — “Башҡортостан” гәз. бүлек мөдире. Соц. һәм әхлаҡи‑этик проблемалар, БР халҡына мед. ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре б‑са мәҡәләләр серияһы авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2001).

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке