ТӨПӘЕВ Салауат Харис улы (18.2. 1924, БАССР-ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Төпәй а.), журналист. СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982). Техник ф. канд. (1962). Журналистар союзы ағзаһы (1998). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1950) ӨМЭЗ‑дә эшләй. 1958 й. алып Авиация технологиялары һәм производствоны ойоштороу ҒТИ‑нда (Мәскәү): 1962 й. башлап өлкән ғилми хеҙм-р, 1967 й. — баш инженер; 1968 й. алып Урал филиалы (Өфө) нач. урынбаҫары. 1970—88 йй. ӨАИ‑ла уҡыта, 1995—98 йй. “Башҡортостан Республикаһы сәйәси репрессия ҡорбандарының хәтер китабы”н (“Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан”) ә .ерлә . һ .м баҫтырыу б‑са эшсе төркөм етәксеһе урынбаҫары һәм 1996—2001 йй. баш мөхәррир урынбаҫары. Матбуғатта сәйәси репрессия ҡорбандары, уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү т‑дағы мәҡәләләре м‑н сығыш яһай. Башҡ. антропонимикаһы б‑са бер нисә һүҙлек авторы: “Башҡорт фамилиялары” (2008), “Башҡорт исемдәренең мәғәнәүи һүҙлеге” (2010) һ.б. 1991 й. башлап Сәйәси репрессия ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе, 2001 й. — почётлы президенты. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1999). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018