ТУҒЫҘБАЕВ Баймөхәмәт Вилдан улы [1884, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Бүребай а., (БР-ҙың Хәйбулла р‑ны) — 1965, Өфө], дин әһеле. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған. 1938 й. алып Беренсе йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы, бер үк ваҡытта 1948 й. башлап СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назаратында ҡазый, идара, 60‑сы йй. президиум ағзаһы, яуаплы секретарь. Хаж ҡыла (1945, 1947). З.Х.Рәсүлев, Р.Ф.Фәхретдинов м‑н таныш була.

Р.У.Абдрахманов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018