ТУҒАЖМАН (Seseli), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияның уртаса, субтропик бүлкәттәрендә һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп, һирәгерәк ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары ҡырлы, төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, бейеклеге 20—170 см. Япраҡтары ҡауырһын һымаҡ теленмә. Сәскәләре аҡ. Сәскәлеге — күп нурлы ҡатмарлы сатыр. Урамалары аҙ япраҡлы йәки юҡ; ваҡ урамалары күп һанлы, ҡыяҡлы. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — һалынҡы емеш, июль—сент. өлгөрә. Т. болондарҙа, далаларҙа, һирәк урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында, ҡайһы берҙә тоҙға бай болондарҙа үҫә. Ябай Т. респ. бөтә терр‑яһында, бер йыллыҡ Т. — Башҡортостандың Урал алдында, Ледебур Т. (реликт) һәм тура Т. башлыса Башҡортостандың Урал аръяғында таралған. Респ. төньяҡ-көнсығышында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һирәкләп эндемик Крылов Т. осрай. Мал аҙығы үҫемлектәре. Составында кумариндар, эфир майҙары бар. Бер йыллыҡ Т. һәм ябай Т. халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018