ТРОФИМУК Андрей Алексеевич (3.8. 1911, Гродно губ. Хветкович а. — 25.3.1999, Новосибирск ҡ.), геолог-нефтсе. СССР ФА акад. (1958), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), геол.-минералогия ф. д‑ры (1949), проф. (1960). Соц. Хеҙмәт Геройы (1944). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1957), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1971), СССР газ сәнәғәтенең почётлы хеҙм‑ре (1981). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1933) Татарстан геол. бюроһының (Ҡазан) техник етәксеһе, 1934 й. алып “Востокнефть” тресының (Өфө) Үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. өлкән геологы, ғилми етәксеһе, 1940 й. башлап “Ишимбайнефть” тресының, 1942 й. — “Башнефть” берекмәһенең баш геологы; 1950 й. алып СССР‑ҙың Нефть сәнәғәте министрлығы Нефть ятҡылыҡтарын разведкалау б‑са баш идаралығының баш геологы, 1953 й. — Бөтә Союз нефть һәм газ ҒТИ‑ның (икеһе лә — Мәскәү) дир. урынбаҫары, 1957 й. — Геология һәм геофизика ин‑ты дир. (1988 й. башлап почётлы дир.), 1958 й. — СССР ФА Себер бүлексәһе (икеһе лә — Новосибирск) рәйесе урынбаҫары. 1962 й. алып РФА Президиумында (1988 й. башлап кәңәшсе). Фәнни‑производство эшмәкәрлеге Көнбайыш Себер һәм Волга‑Урал нефтле һәм газлы провинцияларының нефть ятҡылыҡтары геологияһына, ҡаты гидрат хәлендәге тәбиғи газ ятыштарының яңы төрөн асыуға, нефтьһәм газ ресурстарын алдан баһалауҙың күләм‑генетик ысулын эшләүгә арналған. Кинйәбулат нефть ятҡылығын, Серафимовка нефть ятҡылығын, Туймазы нефть ятҡылығын һ.б. асыуҙа етәксе, девон нефтен эҙләү инициаторҙарының береһе. 1000‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Сталин пр. (1946, 1950), И.М.Губкин ис. пр. (1974) лауреаты. Ленин (1944, 1948, 1967, 1975, 1981, 1986), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959, 1961) орд. м‑н бүләкләнгән. РФА Себер бүлексәһенең Геология һәм минералогия ин‑ты бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2000). Уның исемендәге премия булдырылған.

Х е ҙ м.: Башкирия — центр “Второго Баку”. Уфа, 1939; Башкирия — республика нефти. Уфа, 1947; Нефтеносность палеозоя Башкирии. М.; Л., 1950.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018