ТРОИЦК ТАРИХИ ЙӘМИҒ МӘСЕТТӘРЕ.

Беренсе йәмиғ мәсет (Төп мәсет) сауҙагәр Бәкеровтар аҡсаһына 1787 й. төҙөлгән, 1790 й. асыла. 1840 й. яңыртып төҙөлә. Бина таштан һалынған, манараһы була. Мәсет эргәһендә “Әхмәҙиә” мәҙрәсәһе эшләгән. 1899 й. мәхәлләлә 1224 кеше иҫәпләнә. Имам‑хатиптары: М.Абдулварифов (1856 й. алып), А.А.Рахманҡолов (1876 й. алып), С.М.Әҙһәмов (1890 й. алып), М.А.Рахманҡолов (1910 й. алып). 1930 й. ябыла (манараһы 40‑сы йй. емертелә), бинала студенттар ятағы, 1950 йй. алып ҡала суды урынлаша, 2010 й. Силәбе ун‑тының Троицк филиалына тапшырыла.

Икенсе йәмиғ мәсет (“Үрге”) 1835—38 йй. төҙөлгән. Попечителдәре араһында сауҙагәр Яуышевтар. Мәсет бер ҡатлы, таштан, тура дүртмөйөшлө, 3‑әр яруслы ике манараһы балкондар м‑н уратылған. Көмбәҙе һәм манаралары ярым ай ҡаҙалған шпилдәр м‑н биҙәлгән. Мәсет эргәһендә “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһе, “Вазифа” ир‑егет уҡытыусылар семинарияһы (1915 й. алып) эшләгән. 1899 й. мәхәлләлә 800 кеше иҫәпләнгән. Имам‑хатиптары: А.Хәлитов (1850 й. алып), М.М.Бикмәтов (1867 й. алып), М.Х.Бикмәтов (1915 й. алып), М.С.Чинаев (1924 й. алып). 1930 й. ябыла, бинала клуб, 1946 й. алып май з‑ды урынлашҡан, 50‑се йй. аҙ. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 70‑се йй. аҙ.) һүтелә.

Өсөнсө йәмиғ мәсет1863 й. Ғ.М.Яуышев аҡсаһына төҙөлә. Попечителдәре араһында сауҙагәр А.Бәкеров. Бина бер ҡатлы, таштан, таш стена м‑н уратылған. Манараһы 2 яруслы (бейеклеге 46 м) семәрле кәртәле балкондар м‑н уратып алынған. Мәсет эргәһендә мәҙрәсә эшләгән. 1899 й. мәхәлләлә 1203 кеше иҫәпләнә, 1926 й. — 755 кеше. Имам‑хатиптары: Ш.Мәһәҙиев (1864 й. алып), М.Г. Рахманҡолов (1872 й. алып), З.М. Рахманҡолов (1906 й. алып). 1930 й. ябыла, бинаһы клубҡа бирелә, 1945 й. диндарҙарға ҡайтарыла, 2008 й. алып З.Рәсүлев ис. мәсет (ҡара: З.Х.Рәсүлев).

Дүртенсе йәмиғ мәсет (“Баҙар”) 1878 й. Яуышевтар аҡсаһына төҙөлә. Попечителдәре араһында сауҙагәр М.Вәлиев. Бинаһы бер ҡатлы, таштан, манараһы бар. Мәсет эргәһендә мәҙрәсә эшләгән. 1899 й. мәхәлләлә 1 меңгә яҡын кеше иҫәпләнә. Имам‑хатиптары: М.Собханғолов (1887 й. алып), Х.Яруллин (1894 й. алып), М.Г.Яруллин (1903 й. алып). 1928 й. ябыла, 1930 й. бина ятаҡҡа үҙгәртелә, хәҙ. унда Троицк электромеханика з‑ды хеҙмәттәре урынлашҡан.

Бишенсейәмиғмәсет(“Мәмүриә”) 1879 й. Х.Ғәббәсов аҡсаһына төҙөлә, 1883 й. асыла. 1898 й. яңыртып төҙөлә, таш ҡойма һалына. Мәсет ағастан, манаралы. Мәсет эргәһендә “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе, 1920 йй. уртаһынан ҡыҙҙар өсөн мәктәп эшләй. 1899 й. мәхәлләлә 579 кеше иҫәпләнә. Имам‑хатиптары: З.Х.Рәсүлев (1884 й. алып), Ғ.З.Рәсүлев(1917 й. алып). 1940 й. ябыла, бинала мәктәп, ятаҡ урынлаша. 80‑се йй. аҙ. һүтелә.

Алтынсы йәмиғ мәсет 1894 й. А.Ә.Яуышев аҡсаһына төҙөлә. Мәсет таштан, тура дүртмөйөшлө. Манараһы 5 яруслы, ике балкон м‑н уратылған, ярустары кәрниздәр м‑н биҙәлгән. Мәсет эргәһендә мәҙрәсә эшләй (1895 й. алып). 1899 й. мәхәлләлә 819 кеше иҫәпләнә. Имам‑хатиптары: Г.М.Мәҡсүдов (1895 й. алып), А.Г. Мәҡсүдов (1917 й. алып), Ғабдулҡадир З.Рәсүлев (1922 й. алып). 1926 й. ябыла. 80‑се йй. аҙ. диндарҙарға ҡайтарыла.

Етенсе йәмиғ мәсет 1910 й. Яуышевтар аҡсаһына төҙөлә, 1913 й. асыла. Мәсет бер ҡатлы, ағас, манаралы. Мәсет эргәһендә мәктәп эшләй. 1910 й. мәхәлләлә 208 кеше иҫәпләнә, 1926 й. —700 кеше. Имам‑хатиптары: А.Фәйзуллин (1913 й. алып), Г.М. Ишмәтов (1917 й. алып), С.Х. Ғабдулғәзизов (1920 й. алып), М.М.Вәлиев (1922 й. алып). 1930 й. ябыла, 1960 й. һүтелә.

Р.У.Абдрахманов, Р.Н.Ғиззәтуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.