АРЫҪЛАНОВ Рифхәт Мөхәмәт улы (8.8.1946, Өфө), сценограф, рәссам. РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БР‑ҙың халыҡ рәссамы (2013). Рәссамдар союзы ағзаһы (1978). М.Н.Арыҫлановтың улы. И.В.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлаған (1978; педагогы М.М.Курилко). 1980—82 йй. СССР‑ҙың Ҙур театрында стажировка үтә (етәксеһе — баш рәссам Н.Н.Золотарёв). 1983—87 йй., 1990—95 йй. Респ. урыҫ драма театрының (Өфө) баш рәссамы, 1987—90 йй. һәм 1995 й. алып БДОБТ‑ның баш рәссамы, бер үк ваҡытта 1978 й. башлап ӨДСА‑ла уҡыта, 1989—93 йй. Йәш тамашасы театрының (ҡара: Милли Йәштәр театры) баш рәссамы, 1978—95 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһының һәм 1978 й. алып ӨДСА‑ның театр декорацияһы оҫтаханалары етәксеһе. Хәҙ. башҡорт сценографияһының алдынғы оҫталарының береһе. А. ижадына дәүерҙең үҙенсәлекле һыҙаттарын дөйөмләштереп сағылдырыу, төҫтәр палитраһы контраслығы һәм ҡуйылығы хас. Мәскәү, Ташкент, Әлмәт, Ижевск, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡҡ. театр сәхнәләрендә 200‑ҙән ашыу спектаклде биҙәй. А. тарафынан БДОБТ‑ла Р.М.Хәсәновтың “Ҡурай тураһында легенда” (“Легенда о курае”; 1979), Р.Паулстың “Керри ҡарындаш” (“Сестра Керри”; 1981), Ф.Әмировтың “Мең дә бер кисә” (“Тысяча и одна ночь”; 1988), Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаевтың “Ҡара йөҙҙәр” (“Черноликие”; 1989), Х.Ф.Әхмәтовтың “Нәркәс” (1994), П.И.Чайковскийҙың “Пики дамаһы” (“Пиковая дама”), “Аҡмулла”(икеһе лә — 1996),Г.Доницеттиҙың “Дон Паскуале” (1997),“Ҡаһым түрә” (2002) опера һәм балет спектаклдәренә; В.И.Гладковтың “Бремен музыканттары” (“Бременские музыканты”; 1982, 1985) мюзиклына декорациялар һәм костюмдар ижад ителә. БАДТ‑ла рәссам “Изгеләрҙән изге” (1981; И.Друцэ); Урыҫ драма театрында М.М.Рощиндың “Изгелек эшләргә ашығығыҙ” (“Спешите делать добро”; 1982), А.П.Чеховтың “Сейә баҡсаһы” (“Вишнёвый сад”; 1985) һ.б. спектаклдәрҙе биҙәй. Күп кенә һынлы сәнғәт эштәре авторы: “Өфө ихатаһы”, “Ҡала сите”, “Тәҡдим” (бөтәһе лә — 1990), “Көҙ” (1991), “Минең ҡалам” (1994). “Артыш” ижади берекмәһеағзаһы (1995). 1966 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Волгоград, Ульяновск (икеһе лә — 1984), Өфө (1994, 1995, 1998, 2003, 2010, 2011), Мәскәү (2017) ҡалалары. Эштәре А.А.Бахрушин ис. Театр музейы, Муз. мәҙәниәт музейы (икеһе лә — Мәскәү), БДХМ коллекцияларында, сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Выставка произведений художников-сценографов Республики Башкортостан: каталог /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2000.

А.В.Лебедева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке