ТРАВНИЦКИЙ Вениамин Николаевич (18.10.1919, Түб. Новгород губ. Ризоватово а. — 18.4.1987, Бәләбәй ҡ.), инженер‑нефтсе. СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1972). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1943) “Ишимбайнефть” тресының инженеры, нефть промыслаһында өлкән инженер, бүлек нач.; 1951 й. алып Ҡарғалы нефть промыслаһы дир.; 1952 й. “Башнефть” берекмәһенең производство бүлеге нач.; 1955—79 йй. “Аксаковнефть” НГДУ‑һының баш инженеры, начальнигы. Т. етәкс. ятҡылыҡтарҙа нефть һәм газды герметизациялап йыйыу ысулына күсеү тормошҡа ашырылған, телемеханика системалары һыналған һәм индерелгән. БР‑ҙың көньяҡ‑көнбайышында бер нисә нефть ятҡылығын (Бәләбәй, Дим, Раевка, Сатай, Шкапов һ.б.) үҙләштереүҙе ойоштороусы. Бәләбәй һәм ҡала тибындағы Приют ҡасабаһының инфраструктура үҫешенә ҙур өлөш индергән. 12 фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. Окт. Революцияһы (1974), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), “Почёт Билдәһе” (1959, 1971) орд. м‑н бүләкләнгән. Т. исеме м‑н Бәләбәй ҡ. урам аталған.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018