ТӨРТКӨЛӨ КОСМОАСТРУМ (Cosmoastrum punctulatum), бер күҙәнәкле йәшел ылымыҡтар төрө. Күҙәнәктәре алты мөйөшлө, оҙонлоғо 26—42, киңлеге 23—40 мкм, өҫ яҡтан 3— 5 мөйөшлө, ян‑яғы бер аҙ батынҡы, тура йәки ҡабарынҡы, мөйөштәре киң, осло йәки тупаҫланған, асыҡ уйымлы һәм осло башлы; муйыны 8—16 мкм киңлектә. Ярымкүҙәнәктәре ромб‑эллипс формаһында, осо һәм төбө ҡабарынҡы; урта мөйөштәре йомро-осло, ҡайһы берҙә бер аҙ тартылған. Тышсаһы мөйөштәр тирәләй дөрөҫ рәттәр булып урынлашҡан яҫы йәки осло гранулалар м‑н тигеҙ ҡапланған. Зигоспоралары шар һымаҡ, имсә кеүек ҡалҡыулыҡта урынлашҡан оҙон ике сәнске һымаҡ энәле; диам. 42—58, энәһеҙ 29—38 мкм. БР‑ҙа Ағиҙел й. планктонында һәм ҡороп барған һыу ятҡылыҡтарында табылған. Һирәк төр.

Ф.Б.Шкундина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.