ТӨП УРАЛ ҺЫНЫЛЫШЫ, ер ҡабығы тәрәнлегенә Урал йыйырсыҡлы өлкәһен палеоконтиненталь һәм палеоокеан секторҙарға бүлгән һынылыш. Уралдың бөтөн һуҙымында күҙәтелә. Көнсығышта ауыу мөйөшө 30°—80°. А.В.Пейве тарафынан Ерҙең мантияһына тәрән үтеп ингән төпкөлдәге һынылыштарҙың тектоник бер төрө булараҡ айырып күрһәтелә (1945). Кембрий аҙағында — ордовик башында барлыҡҡа килә, был ваҡытта көсөргәнешле һуҙылыу арҡаһында Көнсығыш Европа континенты ярыла һәм Урал палеоокеаны хасил була. Хәҙ. Көньяҡ Урал терр‑яһында һуң девон башына тиклем континент ҡырын сикләй, артабан был ҡыр Магнитогорск утрауҙар дуғаһы м‑н бәрелешә, һөҙөмтәлә Т.У.һ. ҙур амплитудалы ҡаплау шыуҙырмаһына әйләнә. Т.У.һ. буйлап актив тектоник хәрәкәттәр иртә карбон аҙағына — урта карбон башына тиклем дауам итә. Башҡортостан терр‑яһында Т.У.һ. серпентинит “меланжы” (интенсив иҙелгән серпентинит ҡатламдары массаһында төрлө таутоҡомдарының айырылған блоктарынан торған ҡалын ваҡлау зонаһы) м‑н билдәләнә. Т.У.һ. зонаһына алтын мәғдәне ятҡылыҡтары [Муртыҡты, Миндәк (Учалы р‑ны) һ.б.]; сульфидлы баҡыр- кобальт мәғдәне ятҡылыҡтары [Ивановка, Тиргәмеш (Хәйбулла р‑ны) һ.б.]; хром мәғдәне ятҡылыҡтары [уларҙың иң ҙур тупланышы — Нәрәле массивы районында (Ҡорманкүл, Нәрәле һ.б. ятҡылыҡтар) һ.б.] тура килә.

Әҙәб.: С е р а в к и н И.Б., З н а м е н с к и й С.Е., К о с а р е в А.М. Разрывная тектоника и рудоносность Башкирского Зауралья. Уфа, 2001.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018