ТӨНЬЯҠ АМАНГИЛДЕ ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Әбйәлил р‑ны Рысҡужа а. төньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. В.В.Голота (1991), Л.Г.Ғүмәров, В.Ф.Королёв (2002) тарафынан өйрәнелә. Йөҙләү таштары аҫҡы девондың һорғолт аҡ, һарғылт аҡ, аҡһыл һоро, аҡ һәм ҡараһыу һоро мәрмәрләнгән эзбизташтарынан тора; юғары физик‑механик үҙсәнлектәре, онтаҡта аҡлығы (85—94%) һәм химик таҙалығы (SiO2 миҡдары 0,66%‑тан кәмерәк, Fe2O3 — 0,24%, Al2O3 — 0,20%) м‑н айырылып торған аҡ һәм һорғолт аҡ айырымлыҡтар өҫтөнлөк итә. II һәм III төркөм блоктарының сығышы — 15,4%. Респ. запастар комиссияһы тарафынан раҫланған С2 категориялы йөҙләү ташы запастары 382 мең м3 баһалана. Йөҙләү ташын етештереүҙәге ҡалдыҡтар микрокальцит (лак-буяу материалдарын тултырғыс), ҡоро ҡатнашмалар, төҙөлөш һәм декоратив ҡырсынташ алыу өсөн яраҡлы. Карст бушлыҡтарының күләме 16,8% тәшкил итә. Ятҡылыҡты һыу баҫмаған, сағыштырмаса ыңғай тау‑техника һәм транспорт шарттарында урынлашҡан.

А.В.Кочергин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018