ТӨН МИЛӘҮШӘҺЕ (Platanthera), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 50‑нән ашыу (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 200‑гә тиклем) төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ике япраҡлы Т.м. үҫә. 2 оҙон бүлбе тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 20—55 см. Һабағы төбөндә тәңкә формаһындағы 2 япраҡ урынлашҡан. Аҫҡы һабаҡ япраҡтары (2, һирәгерәк 3) ябай, кире йомортҡа йәки киң ланцет формаһында, ҡанатлы япраҡ һабына табан тарайған, өҫкөләре — ваҡ, ланцет формаһында, ултырма. Сәскәһе ҡыяҡ иренле, бөгөлгән оҙон ҡыуыш үсентеһе бар, аҡ төҫтә, кисен һәм төндә көслө хуш еҫле. Сәскәлеге кәүшәк, башаҡ формаһында. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—авг. өлгөрә. Башлыса тау‑урман зонаһында асыҡ урмандарҙа, урман болондарында һәм аҡландарында үҫә; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал алдында осрай. Декоратив үҫемлек, дарыу үҫемлеге.

М.М.Ишморатова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.