ТӨЙМӘБАШ (Cephalaria), ҡарут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш һәм Үҙәк Азияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Африкала, Австралияла таралған. Башҡортостанда урал Т. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, өҫкө өлөшөндә ҡырлы, аҙ тарбаҡлы, һирәк төклө, аҫҡы өлөшөндә йомро, төктәр м‑н ҡапланған, бейеклеге 20—60 см. Япрағы лира рәүешендә, ҡауырһын һымаҡ теленмә, ҡытыршы; тамыр яны япрағының өлөшө ланцет формаһында, һабаҡ япрағыныҡы — ҡыяҡлы тиерлек. Сәскәһе тоноҡ һары төҫтә, тыш яҡтан төктәр м‑н ҡапланған, ситкеләре эскеләренә ҡарағанда оҙонораҡ. Сәскәлеге — шар формаһындағы баш, ваҡ урама япраҡсаһы төклө, сите керпекле. Июндә сәскә ата. Емеше — дүрт оялы, бураҙналы, төклө орлоҡса, июлдә өлгөрә. Респ. көньяҡ‑көнсығыш урман‑дала райондарындағы далаларҙа, ташлы битләүҙәрҙә үҫә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.М.Ишморатова

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.