ТОРМОШ”, ижт.‑сәйәси һәм әҙәби гәзит. Нәшер итеүсеһе — Ғ.Усманов. 1913 й. 18 окт. алып Өфөлә аҙнаһына 3 тапҡыр (1914 й. башлап көн һайын) төрки телдә сыға. Артабан дауам итеүсеһе — “Себер” гәз. (1912 й. мартынан Томск ҡ., 1913 й. март—авг. Өфөлә сыға). Милли буржуазия ҡараштарын сағылдырған. Гәзит биттәрендә илдәге һәм сит илдәрҙәге сәйәси ваҡиғалар яҡтыртыла, милли, дини, фәнни йүнәлештәге мәҡәләләр, әҙәби әҫәрҙәр, иғландар баҫыла. “Революцияға ҡаршы идеялар таратыу”ы өсөн 1918 й. 29 апр. Өфө мосолман комиссариаты ҡарары м‑н ябыла. Мөхәррирҙәре: М.Наурызов, З.Ҡадири, Г.Хәбиров.

И.С.Иғдәүләтов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев