АРЫҪЛАНОВ Ринат Гәрәй улы (11.11.1932, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Килем а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Килем а.), инженер-теплотехник. БАССР‑ҙың атҡ. энергетигы (1987). СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1971), СССР‑ҙың почётлы энергетигы (1990). Иванов энергетика ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) Салауат ТЭЦ‑ында эшләй: 1962 й. алып цех нач. урынбаҫары, 1964 й. — начальнигы. 1967 й. башлап Ҡарман ДРЭС‑ында: цех нач. урынбаҫары, 1968 й. алып баш инженер урынбаҫары, 1980 й. — баш инженер, 1997—2005 йй. бүлек нач., 2006—08 йй. инженер. А. ҡатнашлығында Ҡарман ДРЭС-ында ҡеүәтле энергоблоктар, газ һәм мазутты ҡушып яндырыу технологияһы үҙләштерелә; утҡа сыҙамлы май ғәмәлгә индерелә. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 6 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1989).

Хеҙм.: Ордена Трудового Красного Знамени Кармановская ГРЭС. Уфа, 2009.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке