ТОПАЗ (гр. topazos), һ а р ы  я ҡ у т, утрау силикаттары ярым класы минералы, Al2[SiO4](F,OH)2. Составына тимер, хром, магний, титан, ванадий ҡушылмалары инә. Кристалдары призма формаһында. Агрегаттары: радиаль‑нурлы, шарға оҡшаған, үтә ваҡ бөртөклө, тығыҙ, друзалар. Төҫһөҙ, һары, зәңгәр, алһыу. Быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 8, тығыҙлығы 3400—3640 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Башлыса пегматиттарҙа һәм грейзендарҙа, акцессор минерал булараҡ граниттарҙа, риолиттарҙа, ҡайһы бер роговиктарҙа, икенсел кварциттарҙа була. Үтә күренмәле Т. кристалдары — аҫыл таштар; ваҡ бөртөклө кварц‑топаз тоҡомдары абразив һәм утҡа сыҙамлы материал булып ҡулланыла. Көньяҡ Уралда Т. Һәнәр, Каменка йй. (Уй й. басс.) буйындағы алтындың һибелмә ятҡылыҡтарында бар; ҙур кристалдары (10 кг тиклем) Илмән тауҙарының амазонит пегматиттарында осрай.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов