ТОНОҠ МӘҒДӘНДӘР, үҙгәреүсән химик составлы сульфосоль класы минералдары, Cu10(Zn,Fe,Cu)2(As,Sb)4S13. Башлыса мышаяҡтан торған Т.м. — теннантит, һөрмәнән торғаны тетраэдрит тип атала. Составында көмөш, цинк, тимер, бериллий, һирәк осраҡта терегөмөш, ҡурғаш, никель, кобальт, аҡ ҡурғаш, теллур, вольфрам, висмут һ.б. булыуы мөмкин. Кристалдары һирәк, агрегаттары тығыҙ ваҡ бөртөклө, ҡайһы берҙә дөрөҫ булмаған формалы ваҡ бөрсөктәр бар. Төҫө тимер күк‑һоронан тимер һымаҡ ҡараға тиклем; металл кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3—4; тығыҙлығы 4400—5100 кг/м3, мурт. Составы б‑са мышаяҡ‑һөрмә, мышаяҡ‑теллур, мышаяҡ‑висмут, һөрмә‑теллур һәм һөрмә-көмөш Т.м. айырыла; мышаяҡ-һөрмә Т.м. киң таралған. Эшкәртеүгә яраҡлы ятҡылыҡтары булмай, баҡырлы көкөрт берләшмәләре м‑н баҡырҙың икенсе дәрәжәләге минералдары булып тора. БР‑ҙағы баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының, алтын‑полиметалл һәм юлаҡлы алтын мәғдәне ятҡылыҡтарының Т.м. өсөн тимер (яҡынса 6,13%) һәм цинк (8,83%) ҡушылмаларының күп булыуы хас. Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығында көмөш миҡдары яҡынса 26% булған минералдар (фрейбергиттар), Яңы Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығында көмөш миҡдары яҡынса 55,19% булған фрейбергиттар һәм ҡатмарлы сульфосолдәр осрай.

Әҙәб.: Ц е п и н А.И., М о з г о в а Н.Н., П ш е н и ч н ы й Г.Н. Особенности химического состава блёклых руд южно‑уральских месторождений колчеданной формации //Состав и структура минералов как показатели их генезиса. М., 1978; М о з г о в а Н.Н., Ц е п и н А.И. Блёклые руды. (Особенности химического состава и свойств). М., 1983.

Г.Н.Пшеничный

Тәрж. Э.М.Юлбарисов