ТОКАРЕВ Михаил Андреевич (12.2. 1940, Өфө), тау инженеры. Геол.-минералогия ф. д‑ры (1984), проф. (1985). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) шунда уҡ уҡыта: 1984 й. алып тау‑нефть ф‑ты деканы, 1987—2002 йй. нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу каф. мөдире. Т. тарафынан нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙе контролдә тотоу һәм проектлауҙың адаптациялы геол.‑промысла моделдәре, нефть һәм газ коллекторҙарының структуралы‑текстуралы үҙсәнлектәрен иҫәпкә алып, балсыҡлы ҡатлауҙарҙағы түбән дебитлы скважиналар ҡатламының забой янындағы зонаһына йоғонто яһау ысулдары уйлап табыла. Т. етәкс. түбән һәм юғары йышлыҡтағы электрометрик ысулдар ярҙамында скважиналарға геофизик тикшереүҙәр үткәрергә булышлыҡ иткән махсус нығытыу колонналары м‑н йыһазландырылған скважиналарҙағы продуктив ҡатламдарҙың ағымдағы нефть м‑н туйындырылғанлығын контролдә тотоу технологияһы эшләнә һәм индерелә (ТР‑ҙа Ромашкин ятҡылығында, Төмән өлк. Самотлор ятҡылығында, Арлан нефть ятҡылығында). 320‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, 20 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Комплексный геолого‑промысловый контроль за текущей нефтеотдачей при вытеснении нефти водой. М., 1990; Проектирование разработки нефтяных месторождений с помощью адаптационных геолого‑промысловых моделей. Уфа, 1991.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.