ТИРЛӘН МУЛЬДАҺЫ, Т и р л ә н   с и н к л и н а л е, Башҡорт мегантиклинорийы һәм Уралтау зонаһы тоташҡан урында өсөнсө дәрәжәле кире тектоник структура. Йылайыр синклинорийының төньяҡ дауамы булып тора. Н.Н.Дингельштедт тарафынан айырып күрһәтелә (1933). Төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан Белорет р‑ны Мәхмүт а. киңлегенән Үрге Маты й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) тамағының киңлегенә тиклем һуҙылған. Оҙонлоғо 12,0 км, киңлеге 6,5 км тиклем. Ҡанаттары һөҙәк, ордовиксилур ҡомташтарынан, аргиллиттарынан, доломиттарынан, үҙәге девон эзбизташтарынан һәм доломиттарынан тора. Тектоник дислокациялар м‑н ҡатмарланған Т.м. үҙәк өлөшөнә ҙур булмаған (100х300 м) Тирлән серпентинит массивы тура килә. Т.м. вендтың метаморфланған ултырмаларынан торған Ағиҙел буйы синклинор зонаһына инә. Төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ‑көнсығыш борттары буйлап палеозой ҡатламдары ауышыу мөйөшө һәм стратиграфия б‑са ярашмаған венд ултырмаларында ята. Көньяҡ һәм төньяҡ сиктәре көслө дислокацияға дусар ителгән, контакттары тектоник. Т.м. киңлектәре Ағиҙел й. үҙәненең ашалыу ҡатлауҙары һәм аллювиаль ҡатламдары урынлашҡан ш. уҡ исемле кайнозой депрессияһына тап килә. Т.м. Тирлән минераль пигменттар ятҡылығы, Тирлән кирбес балсыҡтары ятҡылығы, көрән тимер мәғдәне сығанаҡтары тура килә; Ағиҙел й. үҙәненең аллювийында һирәк осрай торған алмас табылған.

А.В.Кочергин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018