ТИРЛӘН МИНЕРАЛЬ ПИГМЕНТТАР ЯТҠЫЛЫҒЫ, Белорет р‑ны Тирлән а. көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Сейәлеҡул төбәгендә урынлашҡан. Файҙалы ҡаҙылма аҫҡы силурға ҡараған карбонат‑балсыҡ ултырмаларының ашалыу ҡатлауындағы нәҙек һыҙыҡлы аргиллитҡа оҡшаш ҡыҙыл һәм сирень төҫөндәге охранан тора. 50 м тиклем ҡалынлыҡтағы сағыу ҡыҙыл охраларҙың сик зоналары үҙен һыйҙырған һыҙыҡлы тоҡомдарға ярашлы ята. Охралар составына 8,7— 11,2% Fe2O3 инә, каолиниттан, иллиттан, нәҙек дисперслы гематиттан тора. Майға һыйынғанлығы 76—78 г/м2, К1 маркалы синтетик ҡыҙыл окислы тимер пигментына ҡарата интенсивлығы 20—25%, май һыйышлығы 100 г пигментҡа 32—36 г май. Охралар һыуҙа эреүсән һәм осоусан матдәләрҙең түбән булыуы м‑н айырыла, составында радионуклидтар һәм ағыулы берләшмәләр юҡ. Охра запастары (төҫтәренә бүлеп ҡарамағанда) В+С1 категорияһы б‑са 285 мең т тәшкил итә.

А.В.Кочергин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов