АРЫҪЛАНОВ Нурамбәк Ғиниәт улы (15.7.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны 2‑се Кинйәабыҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Кинйәабыҙ а. — 30.6.2012, Өфө), иҡтисадсы. БР ФА‑ның почётлы акад. (2002). Иҡт. ф. д‑ры (1985), проф. (1987). РФ‑тың (1996), БАССР‑ҙың (1981) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). Арыҫлановтар нәҫеленән. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлаған (1954). 1959 й. алып СССР ФА БФ‑ында эшләй, 1962 й. — БАССР А.х. министрлығының идаралыҡ начальнигы. 1966 й. башлап БДАУ‑ҙа уҡыта (1967—92 йй. сәйәси иҡт. каф. мөдире), бер үк ваҡытта Соц.‑иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑ты (1991—94), БНИПТИЖиК‑тың (1995—98) төп ғилми хеҙм‑ре. Фәнни хеҙмәттәре игенселектә һәм малсылыҡта фәнни‑техник прогресс үҙенсәлектәрен, агросәнәғәт производствоһының иҡт. һөҙөмтәлелеген күтәреүҙең теоретик, халыҡ хужалығы һәм хужалыҡ иҫәбе‑коммерция аспекттарын өйрәнеүгә арналған. А. БР‑ҙың аграр секторына ҡарата ваҡытты экономиялауҙың дөйөм законы йоғонтоһона анализ бирә, ауыл ерендә МТС‑тар тәж. файҙаланып хужалыҡ иҫәбендәге машина-технология станциялары булдырыу кәрәклеген нигеҙләй. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Эффективность производства, действие экономических законов и хозяйственный риск в аграрном секторе: вопросы эконом. теории, методология анализа и пути оптимизации. Уфа, 2006.

С.М.Шакирова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке