ТИМЕРБУЛАТОВ Зөфәр Мөхтәр улы (3.9.1951, Ишембай ҡ.), журналист, дәүләт эшмәкәре. Филос. ф. канд. (2006). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). БР‑ҙың мәғариф отличныгы (2008). Журналистар союзы ағзаһы (1980). СДПИ‑ны (1973), Свердловск юғары партия мәктәбен (1986), Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатия акад. (Мәскәү, 1996) тамамлаған. 1975 й. алып “Стерлитамакский рабочий” гәз. хеҙм‑ре (1976 й. башлап бүлек мөдире); 1978 й. алып “Сода” производство берекмәһенең “За коммунизм” (“Коммунизм өсөн”), 1980—84 йй. “Восход” гәз. мөхәррире; 1986 й. башлап КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы, сектор мөдире, бүлек мөдире; 1991—94 йй. һәм 2000—04 йй. БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры; 1996 й. Президент Хакимиәте идаралығы нач. урынбаҫары — бүлек мөдире; 1997—2000 йй. БР Тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министры урынбаҫары; 2004 й. алып Китап палатаһы, 2005– 2012 йй. “Китап” нәшриәте директоры. Рәсәй һәм башҡ. журналистикаһының бөгөнгө хәле, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, матбуғат һ.б. киң мәғлүмәт сараларының йәмғиәт үҫешенә йоғонтоһо т‑да мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. (2004), З. Биишева ис. (2009) пр. лауреаты.

Х е ҙ м.: Гносеологическая система аль‑Фараби. Уфа, 2011 (авторҙ.); Проблемы трансляции религиозных ценностей в современных СМИ. Уфа, 2013.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018