ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, үлсәмдәре, сифаты һәм ятыш шарттары б‑са сәнәғәттә үҙләштереү өсөн яраҡлы булған Ер өҫтөндәге йәки аҫтындағы тимер мәғдәндәренең тупланмаһы. Барлыҡҡа килеүе б‑са эндоген, экзоген һәм метаморфоген Т.м.я. айырыла. Эндоген Т.м.я. — магмалы (титан‑магнетит һәм ильменит‑титан‑магнетит, апатит‑магнетит), контактлы‑метасоматик (скарн‑магнетит, гидротермаль); экзоген Т.м.я. вулканоген‑ултырма (гематит, магнетит‑гематит), ултырма, ашалыу ҡатлауы ятҡылыҡтарына бүленә. Метаморфоген Т.м.я. тимерле кварцит ятҡылыҡтары ҡарай. БР‑ҙа бер нисә тимер мәғдәне районында (Белорет, Егәҙе‑Комаров, Инйәр, Лапышты, Әүжән һ.б.) урынлашҡан ашалыу ҡатлауы ятҡылыҡтары сәнәғәттә мөһим урын алып тора. Төп сәнәғәт запастары Егәҙе‑Комаров тимер мәғдәне р‑нында тупланған, унда Башҡорт мегантиклинорийының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан 19 Т.м.я. билдәле. Иң ҙурҙары (Егәҙе, Комаров, Ҡалышты‑1, Наратай, Туҡан тимер мәғдәне ятҡылыҡтары һ.б.) Белорет р‑нының көньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Был райондың Т.м.я. беренсел ултырма (сидерит) һәм икенсел тимер мәғдәне (көрән тимер мәғдәне) ятыштарынан ғибәрәт. Мәғдән есемдәре егәҙе‑комаров свитаһы һәм әүжән свитаһы ултырмаларында үҫешкән мезозой‑кайнозой ашалыу ҡатлауҙарына тура килә. Ҡатлам, ҡатлам һымаҡ һәм ваҡ линзалар формаһында синклиналь йыйырсыҡ ҡанаттарында һәм ҙур булмаған мульдаларҙа ята. Мәғдән есемдәренең ҡалынлығы 30 м тиклем (һирәгерәк 50 м тиклем), һуҙылышының оҙонлоғо 1200 м тиклем, ятыш тәрәнлеге 120 м тиклем (һирәгерәк 150 м тиклем). Белорет һәм Учалы р‑ндарында Кирәбе, Кузьма-Демьяновка, Әй һ.б. гематит‑магнетит мәғдәне сығанаҡтары билдәле.

А.Л.Чернов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.