ТИМЕР МӘҒДӘНДӘРЕ, составында тимер һәм уның берләшмәләре булған тәбиғи минераль ҡатламдар, уларҙан металды сәнәғәт күләмендә алыу иҡт. яҡтан маҡсатҡа ярашлы һанала. Т.м. минераль составы, тимер, файҙалы һәм зарарлы (суйын һәм ҡорос иреткәндә) ҡушылма миҡдары, барлыҡҡа килеү шарттары һәм сәнәғәт үҙсәнлектәре м‑н төрләнә. Төп мәғдән минералдары: тимер окиселдары (магнетит, гематит, мартит); гидроокиселдәр (лимонит, гётит, гидрогётит, лепидокрокит); карбонаттар (сидерит, сидероплезит); силикаттар (шамозит, тюрингит). Эшкә яраҡлы мәғдәндәрҙә тимер миҡдары 16—70%. Файҙалы ҡушылмалары — никель, кобальт, марганец, вольфрам, молибден, хром, ванадий һ.б., зарарлылары — көкөрт, фосфор, цинк, ҡурғаш, мышаяҡ, баҡыр. Т.м. ҡара металлургия өсөн төп сеймал булып тора; киң ҡулланылған пигменттар — охра һәм тимер суригын етештереүҙә файҙаланыла. Башҡортостанда гётит, гидрогётит, лепидокрокит, лимонит һәм гематиттан һалынған тығыҙ көрән тимер мәғдәндәре һәм кәүшәк охралы айырымлыҡтарҙан торған экзоген тимер мәғдәне ятҡылыҡтарының (Белорет р‑ны) икенсел Т.м. (тимерҙең уртаса миҡдары 37—47,2%) эшкә яраҡлы. Рифейҙың метаморфланған ҡатламдарында эшкә яраҡһыҙ гематит‑магнетит мәғдәндәренең сығанаҡтары билдәле (Белорет һәм Учалы р‑ндары). БР‑ҙа Т.м. запастары А+В+С1 категорияһы б‑са (ҡара: Файҙалы ҡаҙылмалар запастары) РФ запастарының 0,1%‑ын һәм Урал запастарының 7,7%‑ын; С2 категорияһы б‑са Урал запастарының 1,4%‑ын тәшкил итә.

А.Л.Чернов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов