ТИЛСӘ УТЫ (Melampyrum), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, башлыса Евразияла таралған. Башҡортостанда 4 төрө бар. Насар үҫешкән тамырҙары булған бер йыллыҡ ярым паразиттар (гаусториялар — башҡа үҫемлектәрҙең тамырҙарына беркетелер өсөн һурғыстар барлыҡҡа килтерә). Һабаҡтары төҙ, өҫкө өлөшөндә уртаса тарбаҡлы, бейеклеге 15—60 см тиклем. Япраҡтары ҡапма‑ҡаршы, ҡыяҡлынан алып ланцет‑йомортҡа формаһына тиклем, бөтөн, шыма ситле. Сәскәләре һары, һирәгерәк ал төҫтә, эре сәскә ҡолаҡсындары ҡуйынында берәмләп урынлашҡан. Сәскәлеге башаҡ йәки суҡ рәүешле. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — ялпаҡ ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Респ. бөтә терр‑яһында ҡыуаҡтар араһында, аҡландарҙа, болондарҙа, урмандарҙа һәм урман ситтәрендә, далаларҙа үҫә, урман Т.у., йәки ала миләүшә, һирәкләп БР‑ҙың төньяҡ‑көнсығышында осрай. Баллы үҫемлектәр, орлоҡтары ағыулы. Составында алкалоидтар, дуплаусы матдәләр булған кикрекле Т.у., болон Т.у., ялан Т.у. халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.