АРЫҪЛАНОВ Мөхәмәт Нуриәхмәт улы [2.2.1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Мәмәк а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 20.10.2001, Өфө], сценограф. РСФСР‑ҙың (1980) һәм БАССР‑ҙың (1968) халыҡ рәссамы, РСФСР‑ҙың (1954) һәм БАССР‑ҙың  (1943) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). 1931—34 йй. Һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура ин‑тында (Ленинград; педагогтары М.П.Бобышов, Д.Н.Кардовский, Р.Р.Френц) уҡый. 1934 й. алып Баймаҡ колхоз-совхоз театры (ҡара: Сибай драма театры) рәссамы, 1936—46 йй. БАДТ, 1938—73 йй. БДОБТ‑ның баш рәссамы, бер үк ваҡытта 1936—41 йй. Башҡ. театр-художество уч-щеһында, 1973—78 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта. БАССР‑ҙың Рәссамдар союзы рәйесе (1954—55). Башҡ. сценографияһына (ул Р.М.Арыҫлановтың ижады формалашыуына һиҙелерлек йоғонто яһай) нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 200‑ҙән ашыу спектаклде биҙәй. Рәссамдың “Сыңрау торна” (1953), Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаевтың “Ҡара йөҙҙәр” (“Черноликие”; 1965) балеттарын, “Салауат Юлаев” (1955), “Шәүрә” (1963) операларын биҙәүе башҡ. театр декорацияһы сәнғәтендә ҙур күренеш була. А. сценографияһына тарихи дөрөҫлөккә ынтылыш, спектаклдең драматургияһын тәрән аңлау, музыка м‑н органик бәйләнеш, төҫтәр экспрессивлығы хас. Былар айырыуса А.П.Бородиндың “Кенәз Игорь” (“Князь Игорь”; 1951), П.И.Чайковскийҙың “Мазепа” (1949), Дж.Вердиҙың “Аида” (1967), М.П.Мусоргскийҙың “Борис Годунов” (1971), М.Т.Түлебаевтың “Биржан менән Сара” (“Биржан и Сара”; 1972) һ.б. опера спектаклдәрен биҙәүҙә сағылыш таба. Уҡыусылары араһында А.Л.-Х.Ғиләжев, И.А.Саяпов. 1928 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Мәскәү (1979), Өфө (1982, 1997, 1998, 2000, 2010). Картиналары Третьяков галереяһы, А.А.Бахрушин ис. Театр музейы (Мәскәү), БДХМ коллекцияларында һаҡлана. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1973). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1955, 1971).

Әҙәб.: Пикунова Г.Р. Мухамед Арсланов. М., 1978; Выставка произведений художников-сценографов Республики Башкортостан: каталог /авт.-сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2000.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке