ТЕХНОГЕН ЯТҠЫЛЫҠТАР, ер өҫтөндә йәки тау эше м‑н бәйле булған урындарҙа минераль матдәләрҙең тупланмаһы, ятҡылыҡтарҙы үҙләштергәндә массивтан айырылыу, тау, байыҡтырыу, металлургия һәм башҡа производство ҡалдыҡтары булып урынлашыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Т.я. — етештереүҙә ҡулланыу өсөн яраҡлы булған ҡиммәтле компоненттар сығанағы. Тирә‑яҡ мөхиткә һәм халыҡ һаулығына кире йоғонто яһай. Уралда сәнәғәттең, иң тәүҙә сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәтенең интенсив үҫеше тирә‑яҡ мөхиткә ҡарата юғары йыйылма техноген йөкләнеш тыуҙыра. Тирә‑яҡ мөхиттең бысраныуының төп сығанағы — БР‑ҙың тау‑ҡаҙылма һәм нефтехимия комплекстары. Ағыулы сәнәғәт ҡалдыҡтары Баймаҡ, Учалы һәм Хәйбулла р‑ндарының тау‑ҡаҙылма сәнәғәте пр‑тиеларында, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай һ.б. ҡалаларҙың нефть сығарыу сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте, химия сәнәғәте пр‑тиеларында тупланған. Респ. баҡыр колчеданы мәғдәндәрен (100 млн т ашыу) флотация ысулы м‑н байыҡтырыу ҡойроҡтары составына 700 мең т ашыу баҡыр, 1,5 млн т цинк, 1900 т көмөш, 100 т алтын һ.б. металдар инә. Тау‑химия сеймалын эшкәртеү ҡалдыҡтары (10 млн т ашыу), күмер байыҡтырыу һәм энергетик көл шлагы шламдары (3 млн т ашыу) химия сәнәғәте, төҫлө һәм ҡара металлургия, төҙөлөш материалдары етештереү өсөн сеймал итеп ҡулланыла. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Үҙәк төҫлө һәм затлы металдар ғилми‑тикшеренеү геол. разведка ин‑ты (Мәскәү) тарафынан Учалы тау‑байыҡтырыу комбинатындағы байыҡтырыу ф‑каһының ҡойроҡ һаҡлағыстарындағы баҡырға, цинкка, көкөрткә, алтынға, көмөшкә һ.б. компоненттарға прогноз ресурстарының P1 категорияһы б‑са эксперт баһаһы бирелә (2007).

В.Н.Никонов, А.В.Чадченко

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.