ТЕРПЕКӘЙ ҮЛӘН (Echinops), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 100‑ҙән ашыу төрө билдәле, башлыса Евразияның һәм Африканың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда Мейер Т.ү., ябай Т.ү., йомробаш Т.ү. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы 50—150 см тиклем бейеклектә, төҙ, ябай йәки өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, йомро, ҡырлы, сәнскеле. Япрағы сиратлы, өҫ яҡтан йәшел төҫтә, аҫтан аҡ төҫтәге кейеҙ һымаҡ төклө, ҡауырһын‑бүлемле йәки ике тапҡыр ҡауырһын һымаҡ теленмә, ситтәре сәнскеле һәм сәнскеле‑тешле, аҫҡылары — һаплы, ҡалғандары ултырма. Сәскәһе ваҡ, зәңгәр, күк йәки аҡ төҫтә, ике енесле, шар һымаҡ сәскәлектәргә йыйылған бер сәскәле кәрзинкә. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — өлпөлө орлоҡса, авг.—сент. өлгөрә. Ябай Т.ү. далала, ташлы битләүҙәрҙә, йомробаш Т.ү. — БР‑ҙың бөтә терр‑яһында болондарҙа, ҡалдауҙарҙа үҫә. Мейер Т.ү. респ. көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығышында ташлы ҡоро битләүҙәрҙә, ҡоро болондарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Декоратив, баллы һәм дарыу үҫемлеге.

Л.М.Абрамова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018