ТЕРПЕБАШ (Sparganium), терпебаш һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған һыу йәки һаҙлыҡ үҫемлектәре заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, Австралияла һәм Яңы Зеландияла таралған. Башҡортостанда 3 төрө — ҡалҡҡан Т., кесе Т., тура Т. үҫә. Тамырһабаҡлы, төҙ, һирәк осраҡта йөҙөүсән һабаҡтары булған күп йыллыҡ үлән, оҙонлоғо 5—60 см. Япрағы оҙонса, ҡыяҡлы, яҫы йәки 3 ҡырлы, еңсә формаһында, сиратлы. Сәскәһе ваҡ, күркһеҙ, 3— 6 өлөштән торған ярылы сәскә эргәлеге бар. Сәскәлеге — башаҡтарға йәки һеперткеләргә йыйылған тығыҙ бер енесле шар формаһындағы тумалаҡ (аҫҡыһы — инә, өҫкөһө — ата). Июнь— июлдә сәскә ата. Емеше — ҡоро төшлө емеш, авг.—сент. өлгөрә. Т. һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, һаҙлыҡтарҙа, йылғаларҙың һай урындарында һ.б. ерҙәрҙә үҫә, респ. бөтә терр‑яһында таралған. Йофар, йылға ҡондоҙо, ондатра һәм һыу ҡоштары өсөн аҙыҡ булып тора.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.