ТЕМӘС МӘСЕТТӘРЕ. Беренсе йәмиғ мәсет (ағастан төҙөлгән) 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһының Бөрйән улусы Темәс а. (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) асыла, 1885 й. яңыртып төҙөлә. 1885 й. мәхәлләлә 809 кеше була, 19 б. аҙ. — 1045 кеше. Имам-хатиптары: Ишемхужа бин Дәүләтбирҙе (1829 й. тиклем), Хәбибулла бин Ишемхужа бин Дәүләтбирҙе (1839 й. тиклем), Ғ.Әүәлбаев (1848 й. алып), М.‑С.Сөләймәнов (1886 й. алып), Р.Н.Мәһәҙиев (1891 й. алып), Ә.Д.Хөсәйенов (1899 й. алып). Икенсе йәмиғ мәсет (ағастан) 1863 й. асыла, 1908 й. яңыртып төҙөлә. 1899 й. мәхәлләлә 679 кеше була. Имам‑хатиптары: Ғ.Бикбирҙин (1864 й. алып), Ғ.В.Темәсов (1881 й. алып), Ш.М.Ҡәҙерғолов (1910 й. алып), Ғ.Хәсәнов (1912 й. алып), Ҡ.В.Темәсов (1915 й. алып). Мәсеттәр эргәһендә мәҙрәсәләр эшләй. Икеһе лә 1930 йй. ябыла, биналары мәҙәниәт учреждениеларына тапшырыла. Темәс мәсете 1996 й. Темәс кирбес з‑ды, пр‑тиелар һәм айырым кешеләр аҡсаһына төҙөлә. БР Диниә назараты ҡарамағында тора. Мәсет (17х10х6) бер ҡатлы, 4 яҡлы ҡыйығы бар, стеналары ҡыҙыл кирбестән һалынған. Манараһы (бейеклеге 15 м) кирбестән, 5 яруслы, бинаның алғы яғында урынлашҡан, уратмалы балконы бар. Стеналары һары кирбестән һалынған, милли орнамент м‑н биҙәлгән, тәҙрәләре ярым түңәрәк. Мәсеттә 2 намаҙ залы бар (ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн), стеналарына Ҡөрьән сүрәләре яҙылған. Мәсет эргәһендә балалар өсөн ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү курсы эшләй. Имам‑хатиптары: Р.З. Ишбулатов (1996 й. алып), М.Толобаев (1999 й. алып), А.П.Байраҡаев (2000 й. алып), Ә.Ә.Ғәзизов (2002 й. алып).

Р.У.Абдрахманов, Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина