ТЕЛЕВИЗИОН ТАПШЫРЫУ, төп киң мәғлүмәт сараларының береһе. Телевидение ярҙамында башҡарыла. Башҡортостанда Т.т. хеҙмәтен дәүләт, муниц., коммерция станциялары күрһәтә. Башҡ. Т.т. 20 б. 50‑се йй. аҙағынан үҫешә. Башҡ. ТВ студияһында һынау рәүешендәге тәүге тапшырыу 1958 йылдан 1959 йылға ҡараған яңы йыл төнөндә күрһәтелә, Өфө телевизион үҙәге файҙаланыуға тапшырылғандан һуң 1959 й. мартынан бер программалы даими тапшырыу сыға башлай. Шул уҡ йылда 1‑се программаны респ. көньяҡ терр‑яһы ҡабул итә. Тапшырыуҙар тура эфирҙа аҙнаһына 3 тапҡыр 2,5 сәғәт башҡ. һәм урыҫ телдәрендә сыға. 1963 й. респ. ТВ программалары Үҙәк ТВ б‑са күрһәтелә. 1967 й. алып Өфө халҡына (1971 й. башлап бөтә респ. өсөн) 2‑се программа тапшырыла башлай. 1965 й. башында Башҡортостанда Үҙәк ТВ‑ның ТВ‑сигналы һынау рәүешендә ҡабул ителә, 1966 й. ғин. алып Мәскәүҙән даими трансляциялар башлана. 60—70‑се йй. Волга буйы һәм Урал авт. респ. һәм өлкәләре, ш. уҡ Урта Азия һәм Ҡаҙағстан, Кавказ союз респ. студияларының традицион халыҡтар дуҫлығы телевизион фестивалдәре уҙғарыла. Көнүҙәк ваҡиғалар, респ. соц., иҡт., мәҙәни тормошо “Республика яңылыҡтары” (“Новости республики”), “Панорама” (хәҙ. “Ватан” мәғлүмәт программаһы) мәғлүмәт тапшырыуҙарында башҡ. һәм урыҫ телдәрендә яҡтыртыла. ТВ соц. ярыш темаһына иғтибар бирә, алдынғы производство коллективтары, к‑з һәм с‑з ҡаҙаныштарын пропагандалай. “Хеҙмәткә дан йырлайбыҙ” (“Песней славим труд”), “Сәләмәтлек” (“Здоровье”), “Яҙыусы һәм заман” (“Писатель и время”), “Ер һәм кешеләр” (“Земля и люди”), “Яңы йыл уттары” һ.б. программалар донъя күрә. Тура эфирҙа башҡ. һәм урыҫ телдәрендә телеспектаклдәр, концерттар бара, тәүге фильмдар һәм киноочерктар барлыҡҡа килә (ҡара: Телевизион фильм). 1975 й. окт. алып Үҙәк ТВ‑ның, 1985 й. — Баш. ТВ‑ның төҫлө тапшырыуҙары күрһәтелә башлай. 1984 й. июненә респ. халҡының 92%‑ы — 1‑се программа, 60%‑ы 2‑се программа тапшырыуҙарын ҡарай. “Көнүҙәк камера” (“Актуальная камера”), “Биш йыллыҡ аҙымдары”, “Гражданин тәрбиәләү” (“Воспитать гражданина”), “Байраҡ йөрөтөүселәр” (“Знаменосцы”), “Яҙыусы трибунаһы” (“Трибуна писателя”), “На ударной комсомольской”, “Өсөнсө хеҙмәт” (“Третий трудовой”) тапшырыуҙар циклы, башҡ. һәм урыҫ телдәрендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “Йәйғор” — “Радуга”, “Эрудит” һ.б. программалар киң танылыу ала. 1986 й. тәүге “Төмән—Өфө—Ҡазан” телекүпере ойошторола. 90‑сы йй. Башҡ. ТВ‑нда ижади берекмәләр һәм студиялар төҙөлә; тура эфирҙа тамашасылар ҡатнашлығында тәүге ток‑шоу, “Башҡорт йыры”, “Илһам”, “Йырым булһын бүләгем” (башҡ. һәм татар телдәрендә), “Тамаша”, “Уҡ‑һаҙаҡ һәм талир тәңкәләр”, “Хазина”, “Шаңдау”, “Сәләм”, “Хәйерле кис” (“Добрый вечер”), “Өфө‑417” (“Уфа‑417”), “Йөҙ һорау” (“Сто вопросов”), “Коммуналка”, “Дебют” һ.б. тапшырыуҙар барлыҡҡа килә. 2001 й. “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ы, уның базаһында “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” (“БЮТ”) ойошторола. Таралыу зонаһы — БР һәм ТР, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлк. сиктәш райондары; “БЮТ” телеканалының спутник сигналы ш. уҡ РФ‑тың Европа өлөшөн, Көнсығыш Европа, Скандинавия, Яҡын Көнсығыш, Кавказ, Кавказ аръяғы һәм Урта Азия төбәктәрен солғап ала. Тапшырыу күләме — тәүлегенә 18 сәғәт. Төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәге 50‑нән ашыу программа тапшырыла, кино күрһәтелә. “БЮТ” составына мәғлүмәт программалары баш редакцияһы (башҡ. һәм урыҫ телдәрендә яңылыҡтар хеҙмәте), ижт.-сәйәси тапшырыу баш редакцияһы (төбәк‑ара һәм милләт‑ара программаларҙың ижади берекмәләре), художестволы тапшырыу баш редакцияһы [“Хазина”, “Тамаша”, “Музыка” ижади берекмәләре, “Гәлсәр һандуғас” продюсер үҙәге, “Тамыр” балалар телерадиостудияһы”], “Сәләм” ижади берекмәһе редакцияһы, “Времечко” интерактив программалары” редакцияһы, спорт программалары редакцияһы, “БТВ‑Медиа” бүлеге инә. Респ. яңылыҡтары 2 каналда — “Рәсәй 1” (федераль канал, урыҫ телендә “Вести‑Башкортостан” мәғлүмәт программаһы) һәм “БЮТ” (башҡ. телендә “Яңылыҡтар” һәм урыҫ телендә “Новости” программалары, урыҫ телендә “Ватан” йомғаҡлау программаһы) каналдарында күрһәтелә. “БЮТ”‑ла ш. уҡ “Ҡараш” (“Точка зрения”), “Өләсәй һандығы” (“Бабушкин сундучок”), “Йәдкәр”, “Йома”, “Алыҫ араларҙы яҡынайтып”, “Байыҡ”, “Тылсымлы ҡурай”, “Сулпылар”, “Сәңгелдәк”, “Үҙ еремдә”, “Райхан” (татар телендә), “Өфө ваҡыты” (“Уфимское времечко”), “Тивлет” (“Мираҫ”, сыуаш телендә) һ.б. тапшырыуҙар сыға. “БЮТ” телеканалы бер нисә тапҡыр “ТЭФИ-Төбәк” (“ТЭФИ‑Регион”) Бөтә Рәсәй телевизион премияһына лайыҡ була. Бәләбәй, Дәүләкән, Күмертау, Нефтекама, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡҡ. каналдың хәбәрселәр пункттары эшләй. 2009 й. 762 кеше эшләгән. 2010 й. алып “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ы базаһында тәүлек әйләнәһенә башҡ. телендә “Ҡурай” музыкаль-күңел асыу телеканалы эшләй башлай, унда “Таныш көйҙәр”, “Илһам”, “Төрки донъя”, “Сәхнә моңдары” һ.б. тапшырыуҙар күрһәтелә. Өфөлә ш. уҡ «“Бөтә Өфө” продюсер үҙәге» МУП‑ы эшләй. 1999 й. башлап Өфөнөң дециметр диапазонында, 2006 й. — кабель селтәрҙәрендә, 2009 й. — ш. уҡ Ишембай, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡҡ. тапшырыуҙар алып бара. Күләме — тәүлегенә 17 сәғәт. Мәғлүмәт [“Өфө ваҡыты” (“Уфимское время”); “Мәскәү шаңдауы” (“Эхо Москвы”) радиостанцияһы м‑н берлектә “Өфө боролошо” (“Уфимский разворот”); “Мэрҙан һора” (“Спроси у мэра”) тапшырыуҙары] һәм күңел асыу [“Иртә” (“Утро”), “Иртәнге аш” (“Завтрак на завтра”), нәфис фильмдар, юмористик һәм фәнни‑популяр тапшырыуҙар һ.б.] программалары редакцияһын үҙ эсенә ала. 2004 й. башлап канал Өфө ҡала округы хакимиәте ярҙамы м‑н йыл һайын “Беҙҙең заман геройы” (“Герой нашего времени”) Баш ҡала телевизион йәмәғәт премияһын тапшыра. “ТЭФИ-Төбәк” Бөтә Рәсәй телевизион премияһына лайыҡ була (2008, 2009). 2009 й. 70 кеше эшләгән. Өфөлә һәм респ. коммерция Т.т. “Беренсе реклама” [“Первый рекламный”; 2006 й. башлап кабель селтәрҙәрендә тәүлек әйләнәһенә урыҫ телендә бара; “Афиша”, “Ремонт. Мебель. Интерьер”, “Зауыҡлы кеше” (“Стильная персона”) һ.б. программалар әҙерләй; 2009 й. 30 кеше эшләгән], “СТВ Башҡортостан” [“СТВ-Башкортостан”; 2008 й. башлап кабель селтәрҙәрендә тәүлек әйләнәһенә урыҫ телендә бара; “Яңылыҡтар фильтры” (“Фильтр новостей”), “Сауҙалы Өфө” (“Торговая Уфа”), “Диңгеҙ юлбаҫарҙары” (“Корсары”), “Профессионалдар алышы” (“Битва профессионалов”), “Төнгө дозор” (“Ночной дозор”) һ.б. программалар әҙерләй], “Туған Тел” [2009 й. башлап кабель селтәрҙәрендә тәүлек әйләнәһенә башҡ. һәм татар телдәрендә бара; “Музыкаль фишка”, “Ун ҡайнар йыр”, “Ун ҡайнар татар йыры” (татар телендә), “Юламания” (башҡ. телендә) программалары әҙерләй] һ.б. мәғлүмәт‑күңел асыу каналдары ҡарай. 2009 й. респ. терр‑яһында Т.т. алып барыуға 135 лицензия теркәлгән.

Әҙәб.: Башкирское телевидение. Уфа, 1984; В а л е е в а А.А. Телевидение — жизнь моя. Уфа, 2008.

Г.Т.Батталова, З.З.Хәсәнова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018