ТЕКТОНИКА (гр. tektonikós — төҙөлөшкә бәйле), г е о т е к т о н и к а, Ер литосфераһының үҫешен, Ерҙең дөйөм үҫеше м‑н бәйле булған ер ҡабығының хәрәкәттәре һәм деформациялары йоғонтоһо аҫтында уның үҙгәрештәрен өйрәнгән геологияның бүлеге. Дөйөм, йәки морфол. (структур геология), төбәк, тарихи, генетик, йәки теоретик, эксперименталь, өр‑яңы (неотектоника), ғәмәли Т., геодинамика айырыла. Геофизика, стратиграфия, палеогеография һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Т. төшөнсәһе геологияға 19 б. уртаһында К.Науманн тарафынан индерелә. 20 б. башында үҙ аллы фән булараҡ формалаша. 19 б. аҙ. — 20 б. башында А.П. Карпинский тарафынан Урыҫ плитаһының (Көнсығыш Европа платформаһы) һәм Уралдың (Карпинский ҡағиҙәһе) үҫеш законлыҡтары ҡарала, улар 30‑сы йй. тиманидтар т‑да күҙаллау нигеҙҙәрен һалған Н.С. Шатский тарафынан артабан үҫтерелә. 1939 й. Башҡортостан терр‑яһын тектоник райондарға бүлеү б‑са тәүге эштәр башҡарыла (А.А.Трофимук, В.И.Носаль, Ю.А.Притула), тектоник схема төҙөлә, уға ярашлы йыйырсыҡлы Урал, Урал алды бөгөлө, Өфө яйлаһы, Көнсығыш Европа платформаһының бер өлкәһе бүленә. 50—60‑сы йй. респ. терр‑яһының платформа ҡапламаһы һәм кристалл нигеҙе формалашыу тарихы, механизмдары һәм динамикаһының фәнни нигеҙҙәре уйлап табыла (Л.Н. Розанов, Г.П. Ованесов һ.б.); Башҡортостан һәм сиктәш Урал‑Волга буйы өлкәләре тектоник структураларының барлыҡҡа килеү концепцияһы эшләнә; кембрий алдының ултырма ҡатламдарын өйрәнеү башлана, Башҡортостан палеозойының төҙәтелгән схемаһы эшләнә, палеозой структуралары бәйләнешенең 7 төрө айырыла (Трофимук, Розанов, И.М. Мельник, В.С.Голубев, Н.И.Мешалкин, Ованесов, Ҡ.Р.Тимерғәзин һ.б.). 50‑се йй. Геология институтында структур геоморфология, неотектоника һәм Башҡортостандың платформалы өлөшөндә нефтле һәм газлы структуралар эҙләүҙә геоморфол. ысулдар теркәү б‑са тикшеренеүҙәр (Г.В.Вахрушев, А.П. Рождественский, Ю.Е. Журенко, И.К.Зиняхина, И.П. Варламов һ.б.); БР‑ҙың платформалы өлөшөн һәм Көньяҡ Уралдың йыйырсыҡлы өлкәһен тектоник картаға индереү (А.И.Олли, Г.С. Сенченко, В.А.Романов, С.Ғ. Фәттәхетдинов һ.б.) башлана. 50—70‑се йй. платформаның тәрәндәге төҙөлөшө өйрәнелә (И.С.Огаринов етәкс.), нигеҙҙең геофизик параметрҙары иҫәпләнә, өҫтөнөң тәрәнлек картаһы төҙөлә; Уралдың көнбайыш битләүе аҫтында Көнсығыш Европа платформаһы нигеҙенең дауамы барлығы билдәләнә (Ф.И. Хатьянов). 60‑сы йй. Урал Т. геосинклиналь теория күҙлегенән сығып характерлана (Н.П. Херасков, А.С. Перфильев). 60‑сы йй. аҙ. — 70‑се йй. башында мобилизм идеялары тарала башлай (Перфильев, С.Н.Иванов, С.В.Руженцев, В.Н. Пучков һ.б.). 1980—83 йй. “Башкиргеология” ПБ‑нда эндоген мәғдәнләнеүҙе контролдә тотҡан структураларҙы асыҡлау өсөн Башҡортостан Уралы көнбайыш битләүенең тектоник төҙөлөшө үҙенсәлектәрен өйрәнеү б‑са эштәр үткәрелә (В.А.Филиппов, В.К. Яшнева). “БашНИПИнефттә” Волга‑Урал нефтле һәм газлы провинцияһының, динамикала БР терр‑яһының нефтле һәм газлы ултырма ҡатламдарының тектоник төҙөлөшө т‑да хәҙерге күҙаллауҙар, конседиментацион һәм постседиментацион бөгөлдәрҙең формалашыу механизмы һәм уларҙың БР‑ҙың платформалы өлөшөнөң ултырма ҡапламаһында нефть һәм газ бүленешенә йоғонтоһо нигеҙләнә (Е.В. Лозин). Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә Уралдың шарьяж төҙөлөшө т‑да күҙаллауҙар үҫешә (ҡара: Шарьяж теорияһы); Ҡыраҡа массивтарының (Ҡыраҡа тектоник комплексы) платформаға шарьяжланған мантия блоктары булып тороуы күрһәтелә (М.А. Камалетдинов, Т.Т. Казанцева, Ю.В. Казанцев, Романов, Руженцев һ.б.). Риф һәм батиаль формациялар айырыла, Көнсығыш Европа платформаһының пассив палеозой сиге тасуирлана, Магнитогорск утрауҙар дуғаһының һәм пассив континенталь сигенең коллизияһы т‑да күҙаллауҙар үҫешә (Пучков). Яңы глобаль Т. ҡарашынан (ҡара: Литосфера плиталары тектоникаһы) иртә палеозойҙан алып Урал үҫешенең эҙмә‑эҙлекле стадиялары өйрәнелә, Уралдың геодинамикаһы тикшерелә (Пучков, И.Б.Серавкин, Д.Н.Сәлихов, А.М.Косарев һ.б.); плюм‑тектоника үҫешә. Пучков һәм башҡалар тарафынан төбәктең Т. һәм геол. тарихын кәүҙәләндергән Урал һәм Урал янының матди комплекстары уның үҫеш этаптарына тура килгән структур ярустарға ҡарауы нигеҙләнә: архей‑иртә протерозой (башҡа Балтика континентының формалашыу ваҡытына тура килә), рифей-венд (уның үҫеше тиманидтарҙың йыйырсыҡлы өлкәһе барлыҡҡа килеүе м‑н тамамлана), палеозой‑иртә мезозой (уралидтарҙың йыйырсыҡлы өлкәһе үҫеше); урта юра‑миоцен платформалы һәм плиоцен‑дүртенсел неоороген (Урал тауҙарының формалашыуы) этаптар. Респ. терр‑яһының тектоник төҙөлөшөндә ҙур структуралар айырыла һәм өйрәнелә: Волга-Уралантеклизаһы(респ. көнбайыш өлөшө тура килә), Урал алды бөгөлө, Уралтау зонаһы, Башҡорт мегантиклинорийы, Йылайыр синклинорийы, Магнитогорск мегасинклинорийы һ.б. Тикшеренеү һөҙөмтәләре б‑са Башҡортостандың 1:650000 масштаблы тектоник картаһы (1959; Олли, Романов), Уралдың 1:1000000 масштаблы тектоник картаһы һәм уға аңлатмалы яҙыу (1977; етәксеһе А.В.Пейве) төҙөлә. 1991—2000 йй. Геология ин‑ты хеҙм‑рҙәре Рәсәй һәм сит ил ғалимдары м‑н берлектә халыҡ‑ара ЕВРОПРОБА комиссияһы етәкс. “Уралидтар” программаһы сиктәрендә тикшеренеүҙәрҙә ҡатнаша (ҡара: Геофизика).

Әҙәб.: П у ч к о в В.Н. Палеогеодинамика Южного и Среднего Урала. Уфа, 2000; Л о з и н Е.В. Глубинное строение и нефтегазоносность Волго‑Уральской области и смежных территорий //Литосфера. 2002. №3.

Е.В.Лозин, В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018