ТАШТИШӘР (Saxifraga), таштишәр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 300‑ҙән ашыу төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәренең таулы райондарында, ҡайһы берҙәре Көньяҡ Америка тауҙарында (Анд тауҙары) таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Тамыр яны япраҡтары розеткаһы булған күп, һирәк осраҡта ике йәки бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, уҡ рәүешендә, япраҡланған күп йыллыҡ йәки ҡороусы үренделәре һәм бер йыллыҡ сәскә ата торған һабағы бар, ҡайһы берҙәре кәҫлектәр барлыҡҡа килтерә, бейеклеге 10—30 см. Япраҡтары ланцет, оҙонса ланцет формаһында, ҡалын тиресәле, керпексәле осло (сәнскеле Т.) йәки бөрө һымаҡ айырсалы, яртыһына тиклем тиерлек 7—9 айырсаға теленгән (себер Т.). Сәскәләре аҡ, һары, ҡыҙғылт төҫтә, эре, яңғыҙар йәки ҡалҡан-һепертке сәскәлектәрҙә урынлашҡан. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — йөйө буйлап асылыусан 2 оялы ҡумта, авг.—сент. өлгөрә. Ҡая ярыҡтарында, ишелмәләрҙә, мүкле‑лишайниклы тау тундраһында, торфлы һаҙлыҡтарҙа үҫә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. Баллы, декоратив үҫемлектәр. Һаҙлыҡ Т. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән, бер генә үҫеү урыны билдәле (Учалы р‑ны, Кесе Ирәндек һырты).

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018