ТАШТИШӘР ҺЫМАҠТАР (Saxifragaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 30 заты, яҡынса 600 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса, поляр һәм субполяр бүлкәттәрендә, ш. уҡ тропиктарҙың тауҙарында таралған. Үлән. Башҡортостанда таштишәр затына ҡараған 4 һәм талағүлән затына ҡараған 1 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы ябай, төҙ, яңғыҙар (һирәгерәк осраҡта улар бер нисә), япраҡланған, яланғас йәки ерәнһыу йөндәр м‑н төклө. Япрағы ябай, бөрө һымаҡ, уртаһына тиерлек 7—9 айырсаға теленгән (себер Т.), йомро‑бөрө һымаҡ (ябай талағүлән) йәки ланцет формаһында, осло (сәнскеле Т., һаҙлыҡ Т.), сиратлы, япраҡ ҡолаҡсындары юҡ. Сәскәһе ваҡ, һары йәки аҡ төҫтә, ике енесле, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике ҡатлы, ҡайһы берҙә ябай (таж япраҡсалары редукцияһы һөҙөмтәһендә) сәскә эргәлеге м‑н, күпселек осраҡта 5‑өлөшлө. Һеркәстәре 10, 2 түңәрәк булып урынлашҡан: тышҡылары — таж япраҡтарына, эскеләре — каса япраҡтарына ҡаршы. Сәскәлеге ярым‑сатыр йәки ҡалҡансыҡ һымаҡ һепертке.  Бөжәктәр ярҙамында һеркәләнә. Емеше — өҫ яҡтан йөйө буйлап асылыусан ҡумта. БР‑ҙа ташлы битләүҙәрҙә, ҡырсынташлыҡтарҙа, дымлы һәм һыубаҫар болондарҙа, тау ҡарағай урмандарында, ҡая ярыҡтарында, йылға һәм шишмә ярҙарында үҫә. Декоратив, мал аҙығы, баллы үҫемлектәр. Т.һ. составында арбутин, кумариндар, углеводтар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Һаҙлыҡ таштишәре БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова