АРЫҪЛАНОВ Исмәғил Ғәни улы (11.4.1959, Силәбе өлк. Һилейә ҡсб), инженер‑технолог. Техник ф. д-ры (2000). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1981) 1982 й. алып шунда уҡ эшләй: 1987 й. башлап Октябрьский филиалының машиналар эшләү механикаһы һәм технологияһы каф. уҡытыусыһы, 2001 й. — мөдире. Фәнни хеҙмәттәре нефть сеймалы (ҡара: Техник углерод) нигеҙендә яңы перспектив материалдар, нефть һәм нефтехимия сәнәғәте өсөн юғары эффектив йылылыҡ һәм масса алмаштырыусы ҡоролмалар (ҡара: Масса алмаштырыу аппараттары) эшләүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Сырьё для производства малоактивного технического углерода. Уфа, 1998; Акустическая технология в нефтехимической промышленности. Казань, 2001 (авторҙ.).

С.Ә.Әхмәтов

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке