ТАШ ТОҘ, г а л и т, а ш  т о ҙ о, 1) хлоридтар ярым класы минералы, NaCl. Кристалдары куб, октаэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө, һирәк осраҡта тығыҙ һәм сүсле. Төҫһөҙ, аҡ, һирәгерәк һары, зәңгәр, ҡыҙыл һ.б. төҫтә, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 2, тығыҙлығы 2200 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Мурт, һыуҙа эрей, йылы үткәреүсәнлеге юғары, антисептик үҙсәнлектәре бар. Тәме тоҙло. 2) Ултырма тау тоҡомо, тулыһынса тиерлек йәки башлыса галиттан тора. Ҡултыҡтарҙа һәм ҡороп барған реликт күлдәрҙә диңгеҙ һыуы парға әйләнгәндә барлыҡҡа килә. Тәбиғи тоҙ ятҡылыҡтарында, ултырма тоҙо булған хәҙ. күлдәрҙең ятҡылыҡтарында, тоҙло сығанаҡтарҙа осрай. Т.т. аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә һәм химия сәнәғәтендә (натрий, хлор, сода һ.б. алыу өсөн) ҡулланыла. БР‑ҙа Яр‑Бишҡаҙаҡ (Ишембай р‑ны), Стәрлебаш (ш. уҡ район), Ләмәҙ (Иглин р‑ны) ятҡылыҡтарының сәнәғәт әһәмиәте бар.

А.Л.Чернов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018