ТАШ КҮМЕР, үҫемлектәрҙән барлыҡҡа килгән ҡаты янар файҙалы ҡаҙылма. Ялтыр, ярым тоноҡ йәки тоноҡ йөҙлө ҡара һәм һоро‑ҡара төҫтәге тығыҙ тау тоҡомо булып тора. Ҡатлам һәм линзалар рәүешендә ята. Т.к. сәнәғәттә классификациялағанда уның төп технологик үҙенсәлектәрен (яныу йылылығы, осоусан матдәләрҙең сығышы, бешкәклеге һ.б.) билдәләгән күрһәткестәр ҡулланыла. Т.к. электр энергетикаһында, химия сәнәғәтендә һ.б. файҙаланыла. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында Кама күмер басс. ҡараған Т.к. ятыштары билдәле. Йәше — визе ярусы. Ятыш тәрәнлеге 900—1450 м, ҡалынлығы 28 м тиклем, ҡатламдар һаны 4—6. Яныу йылылығы 6700—7900 ккал/кг. Көллөлөгө 20—25%, көкөрт миҡдары 3—4%, бешкәклеге түбән.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018