ТАУ ТОҠОМДАРЫ, ер ҡабығының үҙ аллы геол. есемдәрен барлыҡҡа килтергән билдәле составлы тәбиғи минерал агрегаттары. Т.т. төп характеристикалары: минераль һәм химик состав, тығыҙлыҡ, һығылмалылыҡ, электр, магнит һәм башҡа үҙенсәлектәр. Барлыҡҡа килеүе б‑са ултырма, магматик һәм метаморфик Т.т. айырыла. Ултырма Т.т. диңгеҙ һәм континенталь ултырма тоҡомдарҙың ҡатланыуы һәм артабанғы үҙгәреүе һөҙөмтәһендә ер өҫтөндә формалаша; барлыҡҡа килеү ысулы б‑са һыныҡ (алевролит, конгломерат, ҡом, ҡомташ, ҡырсынташлыҡ, аргиллит, балсыҡ һ.б.), хемоген һәм органоген (ангидрит, гипс, доломит, йәшмә, мергель, опока, таштоҙ, эзбизташ һ.б.) Т.т. бүленә. Магматик Т.т. магма ҡатҡанда ер ҡабығы аҫтында (плутоник, йәки интрузив, — габбро, гранит, диорит һ.б.) һәм өҫтөндә (вулканик, йәки эффузив, — андезит, базальт, дацит, риолит һ.б.) формалаша. Кремний к‑таһы миҡдары б‑са — ультраһелтеле (SiO2 30—45%), һелтеле (45—54%), урта (54—64%), әсе (64—78%); дөйөм һелтелелек дәрәжәһе б‑са нормаль, уртаса һелтеле, һелтеле һ.б. төрҙәргә айырыла. Метаморфик Т.т. ер ҡабығы ҡатламындағы т‑ра һәм баҫым тәьҫире аҫтында ултырма һәм магматик Т.т. үҙгәртеү иҫәбенә барлыҡҡа килә; төбәк‑метаморфик (амфиболит, гнейс, кварцит, серпентинит, эклогит һ.б.), контактлы‑метаморфик (мәрмәр, роговиктар һ.б.), ультраметаморфик, йәки гранитланған (мигматиттар), динамо‑метаморфик (катаклазиттар, милониттар, тектоник брекчиялар һ.б.), метасоматик (березит, лиственит, скарндар) төрҙәргә бүленә. Т.т. структураһы һәм текстураһы минераль бөртөктәрҙең формаһы, ҙурлығы һәм үҙ‑ара торошо м‑н билдәләнә; тупланған (цементланған, монолит) һәм тупланмаған (цементланмаған, кәүшәк) булырға мөмкин. Магматик һәм метаморфик Т.т. ер ҡабығы күләменең яҡынса 90%‑ын, ултырма Т.т. яҡынса 10%‑ын ҡаплай, ш. уҡ ваҡытта һуңғылары ер йөҙөнөң 3/4 майҙанын биләй. БР‑ҙың платформалы өлөшө, ш. иҫ. Урал алды бөгөлө зонаһы, типик ултырма Т.т. тора. Урал йыйырсыҡлы өлкәһе (көнсығыш өлөшө — Магнитогорск мегасинклинорийынан тыш) башлыса ултырма, бер аҙ төрлө дәрәжәләге метаморфизм һәм көслө тектоник деформацияларға дусар булған магматик тоҡомдарҙан ғибәрәт. Магнитогорск мегасинклинорийы океан төбө шарттарында барлыҡҡа килгән, артабан йыйырсыҡ һәм йыртылыу дислокациялары үткәргән, йәшел ташлы метаморфизм шарттарында үҙгәргән эффузив һәм ултырма Т.т. тора; бер аҙ интрузив тоҡомдар осрай. Урал йыйырсыҡлы өлкәһенең үҙәк һәм көнсығыш өлөштәрендә ш. уҡ ультраһелтеле тоҡом массивтары бар.

А.А.Алексеев, Б.Д.Мәһәҙиев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018