ТАТЫР ҮЛӘНЕ (Limonium), татыр үлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да дала һәм сүллек өлкәләрендә, башлыса Урта диңгеҙ, Урта һәм Көньяҡ‑Көнбайыш Азияла таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр һәм ваҡ ҡыуаҡлыҡтар, бейеклеге 5— 70 см. Һабаҡтары тарбаҡлы, йыш ҡына төбө ағас һымаҡ ҡата (ҡыуаҡ Т.ү.), ҡырлы йәки ҡытыршы‑бураҙналы, ҡайһы берҙә оҙон төктәр м‑н ҡапланған (йыуан тамырлы Т.ү.); сәскә атҡан һабағы япраҡһыҙ (үренде) йәки тәңкә рәүешле ос япраҡлы. Япраҡтары ябай, тамыр яны, итләс, бөтөн йәки шыма ситле, йомортҡа йәки киң эллипс формаһында, һирәгерәк ҡыяҡлы, ултырма йәки һаплы. Сәскәләре ваҡ, асыҡ, күкһел шәмәхә, аҡ төҫтә, ҡалҡан-һепертке йәки һепертке һымаҡ сәскәлектә йыйылған бер йәки күп сәскәле башаҡтарҙа урынлашҡан. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — бер орлоҡло лизикарп муҡса, июль—сент. өлгөрә. Т.ү. — галофиттар, тоҙло тупраҡ, татырлыҡ, тоҙло күлдәрҙең яр буйҙарында үҫә, башлыса Башҡортостандың Урал аръяғында таралған. Декоратив, мал аҙығы, баллы үҫемлектәр. Составында алкалоидтар, дуплаусы матдәләр, флавоноидтар һ.б. бар. Халыҡ медицинаһында ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына каспий Т.ү., ҡыуаҡ Т.ү., йыуан тамырлы Т.ү. индерелгән.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова