ТАТАР КӨМБӘҘЕ, Көнсығыш Европа платформаһының көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндәге кристалл нигеҙҙә айырылған ҙур ыңғай тектоник структура. Башлыса Татарстан терр‑яһында һәм БР‑ҙың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Ҡалҡыуҙың дөйөм контурҙары нигеҙ б‑са яҡынса билдәләнә; оҙонлоғо яҡынса 600 км, киңлеге 250 км. Нигеҙҙең өҫтө б‑са амплитудаһы 550—1100 м. Көмбәҙ өлөштәренең ауышлыҡ мөйөшө 12—25° (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 6,5° тиклем). Көнбайышта Т.к. Токма (Аҡа‑Волга) көмбәҙенән Ҡазан‑Киров бөгөлө м‑н айырыла, көньяҡта Баулы‑Туймазы ташланма дислокациялар системаһы һәм Серновод‑Абдулла бөгөлө м‑н сикләнә. Т.к. төҙөлөшөнә ҡарата төрлө фекерҙәр йәшәй: Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш өлөшөндәге күтәренке кристаллы массивынан торған Волга‑Урал антеклизаһыныңҙ ур тектоник элементы булараҡ ҡарала (Ю.А.Косыгин, А.И.Олли, Л.Н.Розанов, В.Н.Тихий һ.б., 1956—60); гравиметрия мәғлүмәттәре б‑са, Т.к. нигеҙҙә ике түбәле Татар суҡағы булараҡ айырылып күрһәтелә (И.С.Огаринов, 1957); Көнсығыш Европа платформаһының үҙәк һәм көнсығыш өлөштәре бүлгеләнеүе тектогенездың байкал циклында башлана, кристалл нигеҙҙең ҙур тектоник элементтары үҙҙәренең үҫешендә һынылыш зоналары м‑н бүленә (Л.Ф.Солонцов, 1958); Волга-Урал өлкәһе сиктәрендә кембрий алдыкайнозойҙа аҫҡа йүнәлгән хәрәкәттәр өҫтөнлөк итә, төп структур элементтар иҫәбендә Токма, Татар һәм Башҡорт көмбәҙҙәре, Мәләкәҫ һәм Быҙаулыҡ уйпатлыҡтары һаҡланып ҡала (Д.С.Халтурин, 1958). Тикшеренеүселәр Б.Ф.Свищев, Солонцов, Р.О.Хачатрян тарафынан кристалл нигеҙҙең ҙур структуралар рәте палеозойҙың структур планында сағылыш тапмауы асыҡлана. Байтаҡ ғалимдар оҙаҡ ваҡыт Волга‑Урал антеклизаһын райондарға бүлгәндә Т.к. көнсығышҡа табан платформаның моноклиналь битләүе айырыла. Антеклиза сиктәрендә палеозойҙағы структур план күсәгилешлек һәм яңынан барлыҡҡа килеү принцибы б‑са аныҡлана, Т.к. Төньяҡ һәм Көньяҡ Татар көмбәҙҙәренә бүленә (Хачатрян, 1979). Т.к. өҫтө көнсығыш һәм көньяҡ битләүҙәрҙә аҫҡа бата, ауышлыҡ мөйөштәре ҡайһы бер ерҙә макс. ҡиммәткә етә (‑25°). Т.к. сиктәрендә Кама аръяғы, Нема, Күкмор, Әлмәт суҡаҡтары (түбәләре) һәм Бәләбәй яйлаһы айырыла. Т.к. суҡаҡтары нигеҙҙең ‑1750 м изогипсаһы м‑н контурлана, күтәренке участкаларҙа бейеклектәре 1520—1545 м етә; Т.к. вертикаль амплитудаһы — 230 м. Күкмор һәм Әлмәт түбәләре Түб. Кама дислокациялары зонаһы тарафынан бүленә. Әлмәт, Күкмор түбәләренә һәм Бәләбәй яйлаһына Туймазы нефть ятҡылығы, Шкапов нефть ятҡылығы һәм башҡа нефть һәм газ ятҡылыҡтары тура килә.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов