АРЫҪЛАНОВ Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы (20.9.1915, Ырымб. губ. ш. уҡ исемле өйәҙе 1‑се Кинйәабыҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Кинйәабыҙ а., — 5.1.1945, Венгрия), танкист, гвардия майоры (1944). Советтар Союзы Геройы (1940). Арыҫлановтар нәҫеленән. 1939 й. — Көнбайыш Украинала хәрби хәрәкәттәрҙә, 1939—40 йй. совет‑фин һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. В.И.Ленин ис. Ульяновск Ҡыҙыл Байраҡлы танк уч‑щеһын тамамлаған (1941). 1937 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1939 й. дек. — 1940 й. мартында Төньяҡ‑Көнбайыш фронтта хеҙмәт итә. 1943 й. башлап Көньяҡ‑Көнбайыш, Воронеж, Үҙәк, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында танк батальоны ком., танк полкы ком. урынбаҫары. Герой исеменә 13‑сө армия 97‑се уҡсылар див. 136‑сы уҡсылар полкының танк башняһы атыусыһы А. 1940 й. 24 февр. Кууста ҡалҡыулығы (Карелия) янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1940), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944 й. ғин. һәм февр.) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылындағы урамға А. исеме бирелгән, уға һәйкәл ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке