“ТАМАША”, нәфис‑публицистик журнал. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Өфөлә 2 айға 1 тапҡыр башҡ. телендә (ҡайһы бер материалдар урыҫ телендә) сыға. Тиражы — 1 мең дананан ашыу (2016). 1995 й. алып нәфис‑публицистик альманах булараҡ нәшер ителә, 1999 й. хәҙ. статусын ала. Журнал биттәрендә респ. мәҙәни тормошо яҡтыртыла, аналитик материалдар, интервью, пьеса, муз. әҫәрҙәр баҫыла. Рубрикалары: “Хәтирәләр”, “Әңгәмә”, “Ижади портрет”, “Яҙмышым — сәнғәт”, “Йыр” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: Н.Ғәйетбай (1995 й. алып), Ф.Ш.Ҡоҙаҡаев (2010 й. алып), С.Й.Латипов (2013 й. алып).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.