ТАЛ (Salix), тал һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 24 төрө үҫә. Япраҡ ҡойоусы, ике өйлө ағас, ҡыуаҡ, ваҡ ҡыуаҡ, бейеклеге 0,5—30 м, 100—150 йылға тиклем үҫә. Япрағы бөтөн, япраҡ ҡолаҡсындары бар, йомронан алып тар ҡыяҡлыға тиклем, һаплы, сиратлы, ҡайһы берҙә ҡапма‑ҡаршы. Сәскәһе бер енесле, сәскә эргәлеге юҡ, ата сәскәнең — 1—8 (12‑гә тиклем) һеркәсе, инә сәскәнең бер оялы емшәне һәм 2 емешлек ауыҙы булған 1 емешлеге бар. Сәскәлеге — һырға, март—майҙа сәскә ата. Емеше — күп һанлы оҙон сүсле осоҡтары булған орлоҡтарҙан торған ҡумта, июндә өлгөрә. Һыубаҫар туғай һәм йылға, күл, һыу һаҡлағыстарҙың ярҙарында, һаҙлыҡ, урмандарҙа үҫә. Аҡ Т., мурҙа Т., көлһыу Т. һ.б. — респ. бөтә терр‑яһында; һөңгө рәүешле Т., йөнтәҫ Т., арктик Т. һ.б. — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының тау тундраларында; мурт Т., ҡолаҡлы Т. һ.б. һирәкләп Башҡортостандың Уралалдында осрай. Т. йылға үҙәндәрендә, яһалма һыу ятҡылыҡтары һәм каналдарҙың ярҙары буйлап һаҡлай торған, ш. иҫ. эрозияға ҡаршы ултыртмаларҙа, сәнәғәт сүплектәрендә, юл буйы һәм баҫыу һаҡлаған урман һыҙаттарында; торама пункттарҙы йәшелләндереүҙә файҙаланыла. Т. үҙағасы — хужалыҡ һәм декоратив ваҡ‑төйәк, сыбығы — кәрзиндәр үреү, мебель һ.б., ҡабығы тирене дуплау өсөн ҡулланыла. Баллы үҫемлектәр, Т. ҡайһы бер төрҙәре (“бөҙрә” формалары) — декоратив үҫемлектәр. И. составында биологик актив матдәләр (гликозидтар, танидтар, флавоноидтар) бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре — ҡоба Т., Старке Т., реликттарарктик Т., тәбәнәк Т. индерелгән.

Әҙәб.: Л е в и ц к и й И.И. Ива и её использование. М., 1965; С к в о р ц о в А.К. Ивы СССР. М., 1968; К у л а г и н А.Ю. Ивы: техногенез и проблемы оптимизации нарушенных ландшафтов. Уфа, 1998.

А.Ю.Кулагин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.