ТАЙТОЯҠ (Asarum), алма үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 60, башҡа мәғлүмәттәр б‑са 100‑гә тиклем төрө бар, Евразия һәм Төньяҡ Америка урмандарында таралған. Башҡортостанда европа Т. үҫә. Күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 5— 10 см, тамырһабағы йәйелеүсән тармаҡлы. Һабағы түшәлеүсән, ҡыҫҡа, 2—3 түңәрәк, ҡалын тиресәле һаплы япрағы бар. Сәскәһе клейстогам, дөрөҫ төҙөлөшлө, күркһеҙ, тыш яҡтан — көрән, эстән ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтә, яңғыҙар. Апр. аҙ.—майҙа сәскә ата. Емеше — ҡумта, июндә өлгөрә. Урманда үҫә, респ. бөтә терр‑яһында таралған. Составында алкалоидтар, гликозидтар, флавоноидтар, эфир майҙары бар, медицинала һәм халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ағыулы үҫемлек, декоратив үҫемлек.

Ғ.М.Фазылова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.