ТАЖЕТДИН (Тажетдинов) Тәлғәт Сафа улы (12.10.1948, Ҡазан), дин әһеле, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе (1980 й. алып), Шәйех-әл-ислам (1990 й. алып), Рәсәйҙең Баш мөфтөйө (1992 й. алып). Мир‑Араб мәҙрәсәһен (Бохара ҡ., 1973), Әл-Әзһәр ун‑тын (Ҡаһирә, 1978) тамамлаған. 1973 й. Ҡазан йәмиғ мәсетенең икенсе, 1978— 80 йй. беренсе имам‑хатибы. Рәсәйҙә мәсеттәр (ш. иҫ. “Ләлә-Тюльпан”) төҙөү, ислам уҡыу йорттарын (ш. иҫ. Рәсәй ислам университетын) асыу, хәйриә акциялары үткәреү һ.б. инициаторы. БДБ Мосолман ойошмаларының тышҡы бәйләнештәре ассоциацияһы рәйесе (1990 й. алып), РФ Президенты ҡарамағындағы Дини ойошмалар м‑н хеҙмәттәшлек итеү советы (1995 й. алып), Рәсәй Дин‑ара советы президиумы (1998 й. алып; бөтәһе лә — Мәскәү), Ислам конференцияһы ойошмаһының Ислам б‑са Координация советы (Джидда ҡ., Сәғүд Ғәрәбстаны; 2005 й. алып) һ.б. ағзаһы. 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2013), Почёт (2008), Дуҫлыҡ (1998), Халыҡтар дуҫлығы (2008), 2‑се дәрәжә Дан һәм Намыҫ (2013), 2‑се дәрәжә Изге благоверный Мәскәү кенәзе Даниил (2008) һ.б. орд. м‑н бүләкләнгән.

З.З.Ҡарабаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018