ТАВРИОН (донъяуи исеме Батозский Тихон Данилович; 28.7.1898, Харьков губ. Краснокутск ҡ. — 13.8. 1978, Изге Троица монастыры Спасо‑Преображение пустыны, Латвия ССР‑ының Валгунде ҡсб), дин әһеле. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Архимандрит (1927). Монахлыҡ ҡабул иткән (1920). 1926 й. алып Марк Изге Троица монастыры (Витебск ҡ.), 1927 й. — Вознесение һәм Феодосий сиркәүҙәре (Пермь ҡ.) настоятеле. 1929 й. репрессиялана (1930 — 35 йй., 1940 — 48 йй. — төрмәлә, 1948 — 56 йй. һөргөндә була). 1956 й. аҡлана. 1956 й. башлап Изге Троица кафедраль соборы (Пермь), 1957 й. — Глинский Богородица Раштыуаһы пустыны (Украина ССР‑ы Глухов р‑ны), 1958 й. — Изге Успение Почаевский лавраһы настоятеле. 1959 й. алып Өфө епархияһы секретары, Покров сиркәүе (Өфө) настоятеле. 1961 й. башлап Ярославль епархияһында, 1969 й. — Рига епархияһы Изге Троица монастырының Спасо-Преображение пустынында хеҙмәт иткән. Икона яҙыу м‑н шөғөлләнгән (Покров сикрәүе стеналарын биҙәгән). Т. обновленецтар хәрәкәтенә ҡаршы сығыш яһаған, православие ҡорамдарын ябыуға ҡаршылыҡ күрһәткән. 2‑се дәрәжә Изге Владимир орд., Патриах тәреһе м‑н бүләкләнгән.

П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018