ТАБЫН БОЖЬЯ МАТЕРЬ ИКОНАҺЫ. Һул ҡулына сабый Иисусты күтәргән Богородицаның йөҙөн һүрәтләгән икона; һары‑көрән төҫтә, византия яҙмаһы м‑н төшөрөлгән. Ҡазан Божья Матерь иконаһына оҡшаш. Үлсәме 106х74 см. Риүәйәт б‑са, ике тапҡыр (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, өс тапҡыр) — 1580 йй. Вознесение пустыны эргәһендә һәм 1760 йй. Табын ҡәлғәһе тирәһендә (иконаның исеме шуға бәйле) табыла. Икона һауыҡтырыу мөғжизәһе м‑н дан тота, киҙеү (1848, 1854), ҡоролоҡ (1861) һ.б. ваҡытында һаҡлаусы тип һанала; Өфө губернаһында, Тубыл, Һамар губерналарында, Ырымбур губернаһында һ.б. хөрмәт ителә. 1660 йй. тиклем Вознесение пустыны сиркәүендә, 18 б. уртаһынан Стәрлетамаҡ өйәҙе Табын а. (хәҙ. БР‑ҙың Ғафури р‑ны) Вознесение сиркәүендә, 1914 й. алып Ырымбур казак ғәскәрендә тора, Граждандар һуғышы йылдарында Ҡытайға сығарыла. 2 ризаһы була: береһе — ҡорамда булғанда кейә торған көндәлек, икенсеһе тәре йөрөштәре ваҡытында (9 айға яҡын дауам иткән) һәм православие байрамдарында кейә торған тантаналы риза. Өфө епархияһында уның боронғо һәм хәҙ. күсермәләре бар. Йыл һайын Пасханан һуң 9‑сы йома икона хөрмәтенә байрам үткәрелә. Икона дөйөм Рәсәй изгеләре исемлегенә индерелгән.

Әҙәб.: М о д е с т о в Н.Н. Село Табынское и Вознесенская пустынь //Труды Оренбургской учёной архивной комиссии. Оренбург, 1914. Вып.31; Уфимская епархия Русской Православной Церкви. М., 2005.

П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина