ФУТБОЛ (ингл. foot — аяҡ, ball — туп), спорт төрө, ҡапҡалы махсус  яланда туп м‑н команда уйыны. Башҡортостанда Ф. үҫеше 1909 й. Өфө уҡыу йорттары уҡыусыларын физик тәрбиәләү йәмғиәте эргәһендәтәүге секция асылыуға бәйле. 1912 й. Стәрлетамаҡ ҡ., 20‑се йй. аҙ. Бәләбәй һәм Бөрө ҡҡ., 30‑сы йй. аҙ. Ишембай р‑нының Ишембай ҡсб, 40‑сы йй. аҙ. Октябрьский, Салауат һ.б. ҡалаларҙа футбол командалары ойошторола. 1913 й. Өфө йыйылма командаһы беренсе Урал чемпионаты еңеүсеһе, 1923 й. — Волга буйы олимпиадаһының бронза призёры була. 1939 й. алып БР беренселектәре үткәрелә. 1958 й. Өфөлә “Девон” (Өфө) һәм “Мотор” (Йена ҡ., ГДР) командалары араһында респ. тәүге халыҡ‑ара иптәштәрсә матчы үтә. 1977 й. РСФСР авт. респ. кубогы турнирында БАССР йыйылма командаһы еңеүсе була. Респ. Ф. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — В.И.Горденко (1967). СССР, РСФСР һәм Рәсәй беренселектәрендә Башҡортостандың данын Өфөнән “Крылья Советов” (1947), “Девон” (1958), “Нефтсе” (1957, 2004—05), “Төҙөүсе” (1959—76, 2002—03), “Өфөлө” (1970), “Гастелло” (1977—92), “Башинформсвязь‑Динамо” (2009—10), “Өфө” (2011 й. алып) һ.б.; Стәрлетамаҡтан “Каучук” (1966—69, 1990—91), “Содовик” (1992—2007); Салауаттан “Химик” һәм “Нефтехимик” (1963—70); Октябрьскийҙан “Нефтсе” (1967—69), “Автоприбор” (1990—92), “Девон” (1993—94); Күмертау ҡ. — “Шахтёр” (1968—69); Нефтекама ҡ. — “Башсельмаш” (1990—91); Учалы ҡ. — “Таусы” (2008 й. алып) командалары яҡлай. 1992—98 йй. Өфөлә “Иҙел” ҡатын‑ҡыҙҙар футбол клубы эшләй, 1995 й. алып Рәсәй чемпионатының юғары лигаһында сығыш яһай. Клуб тәрбиәләнеүсеһе  Н.Г.Чернова Хәрби һауа көстәренең Үҙәк спорт клубы составында (Һамар ҡ.) Рәсәй чемп. була (2001). Респ. 1997 й. башлап БР Ф. федерацияһы, 2010 й. — БР ҡатын‑ҡыҙҙар Ф. ассоциацияһы эшләй.

О.Г.Шухардин

М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика