ФРИСТАЙЛ (ингл. free — ирекле һәм style — стиль), саңғы спорты төрө. Саңғы акробатикаһында (трамплиндан акробатик фигуралар яһап һикереү), могулда (ҡытыршылы трассанан тау саңғыларында тиҙлеккә төшөү, мотлаҡ һикереү м‑н) һәм ски‑кросста (төрлө вираждар, тулҡын һәм трамплиндар кеүек ҡарлы ҡаршылыҡтар булған махсус трассала уҙыш) ярыштар айырыла. Тау саңғыһы спорты һәм батутта һикереү м‑н шөғөлләнеүсе спортсыларҙың күбеһе Ф. б‑са саңғы акробатикаһында сығыш яһай башлағас, Башҡортостанда 1986 й. Ф. үҫеш ала. 1990 й. Өфөлә тау саңғыһы спорты б‑са Башҡ‑н өлкә советының профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәте ДЮСШ‑нда Ф. бүлексәһе асыла. Өфөлә ски‑кросс б‑са Рәсәй кубоктары этаптары һәм могул б‑са үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселеге (барыһы ла — 2005—06), могул б‑са Рәсәй кубогы финалы (2006), Октябрьский ҡ. — үҫмер спортсылар һәм үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселеге (2011) үткәрелә. Халыҡ‑ара ярыштарҙа Е.В.Королёва, А.В.Михайлов, ш. уҡ А.С.Чистяков — могул б‑са Европа кубогының көмөш призёры (1997) һәм Рәсәй кубоктарын яулаусы (1996—97), Д.А.Васильева — ски‑кросс б‑са Рәсәй  чемпионатының көмөш призёры һәм Бөтә донъя универсиадаһының бронза призёры (икеһе лә — 2011) юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Е.В.Хлопина (2008), Васильева һәм А.В.Данилов (икеһе лә — 2010) ски‑кросс б‑са Рәсәй чемпионатының бронза призёрҙары була. Респ. тау саңғыһы б‑са СДЮШОР‑ҙа һәм 29‑сы “Батыр” ДЮСШ‑нда  Ф. бүлексәләре эшләй (икеһе лә — Өфө), унда 100‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2010). 2006 й. алып БР Ф.  Федерацияһы эшләй. Ф. м‑н тренерҙар Михайлов, Р.А.Муллағәлиев, А.В.Панов, Л.П.Финк һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Илл.: Могул буйынса Рәсәй кубогы. Өфө, 2006

 

Текст на русском языке 

 

Яндекс.Метрика